Матур үтһен ялығыҙ
10 Август 2022, 05:30

Береһе лә уныңса түгел...

Баҡһаң, уға ни бары 64 йәш икән, хайран ҡалдым!

Береһе лә уныңса түгел...Береһе лә уныңса түгел...
Береһе лә уныңса түгел...

 Яңы йортҡа күсеүебеҙгә бер йыл үтеп китте. Күршеләр менән аҙмы-күпме танышбыҙ. Көн һайын йорт эргәһендәге эскәмйәлә урам бесәйҙәрен ашатып ултырған инәй ҙә яҡын кешегә әүерелде. Эшкә киткәндә лә, ҡайтҡанда ла көнбағыш сиртеп йәиһә үҙе кеүек йәштәштәре менән хәбәр һатҡан Валя инәй менән һаулыҡ һорашып үтергә ғәҙәтләндем. Көн һайын матур күлдәктәрен алыштырып, биҙәнеп-төҙәнеп, подъезд алдын йәмләп ултырған ханым һәр кемдең иғтибарын яуларлыҡ ине.

Һуңға табан үҙе лә мине туҡтатып, һүҙ ҡуша башланы. Ғүмер буйы предприятиеләрҙың береһендә бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Һөйләшергә ихлас булһа ла, тормошона гел генә зарланыуы бер аҙ аптыратты.

Ике бүлмәле фатиры ла тар, пенсияһы ла бәләкәй, балалары һирәк-мирәк килә, ярҙам итә һалып бармайҙар, шылтыратып әйтмәй йомошон үтәргә ашыҡмайҙар. Береһе лә ул әйткәнсә, ул уйлағанса түгел... Бөтә проблемаларын башҡалар иңенә һалырға тырышҡан, зарланыуҙары менән ялҡытҡан ҡупшы ханымдың һүҙҙәре менән эстән килешмәһәм дә һиҙҙермәйем. Шулай ҙа ҡәнәғәтһеҙлегем йөҙөмә сыға, кемдең ниндәй мәшәҡәттәре юҡ был донъяла! Минеке лә баштан ашҡан. Һуңғы осорҙа үҙе ҡул болғап туҡтатмаһа, йәһәт кенә һаулыҡ һорашып, үтеп китергә тырышам. Аралашыу “Һаумыһығыҙ, Валя инәй!”, ”Хәйерле кис, Валя ханым!” тигән һүҙҙәр менән генә сикләнә. Кисә мин уның тыуған көнө икәнен белеп ҡалдым, матур теләктәремде әйтеп, байрамы менән ҡотланым. Баҡһаң, уға ни бары 64 йәш икән, хайран ҡалдым! Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң байтаҡ ғүмерен эскәмйәлә уҙғарыуҙы, “тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы”, зарҙары менән бүлешеүҙе маҡсат итеп ҡуйған ҡатынды өләсәйем менән сағыштырам да  айырманың ни тиклем ҙур булыуына иҫем китә. Ҡайһы берәүҙәр йәштән үк пенсионер булып тыуа ахыры. Юҡ, мин хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡартлығымды эскәмйәлә үткәрмәйәсәкмен, аһ-зарҙарым менән кеше ҡолағын тондормаясаҡмын,үҙем хәл итә алырлыҡ эреле-ваҡлы донъя мәшәҡәттәре менән яҡындарым йәнен ҡыймаясаҡмын, тигән фекерҙе нығыта башланым. Бары иҫәнлек булһын!

Фото:M.24.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас