

2700-ҙән ашыу велосипедсы төнөн Стәрлетамаҡ буйлап уҙышҡа сыҡты. Велосипедсылар берләшмәһе вәкилдәренең башланғысын ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та үҙенең ғаиләһе менән хуплап ҡаршы алды. Спорт сараһында ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ҡала Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә дәррәү ҡатнашты.
“Сити-молл” сауҙа үҙәге ҡаршыһындағы аллеяла йыйылғандан һуң, велосипедсылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте һәм Сода етештереүселәр паркында ялға туҡтаны. Маршрут оҙонлоғо 10 километрҙан артты.
– Бөгөнгө төнгө уҙышта ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! Күмәкләп тыуҙырған ял һәм һәйбәт мөхит өсөн, – тип мөрәжәғәт итте финишта спорт сараһында ҡатнашыусы бөтә велосипедсыларға Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.