Матур үтһен ялығыҙ
14 Август 2022, 08:00

“Анкл-Бенс” салат-соусы

Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә башланығыҙмы әле?

“Анкл-Бенс” салат-соусы“Анкл-Бенс” салат-соусы
“Анкл-Бенс” салат-соусы

Ҡышҡылыҡҡа был салат-соусты эшләр өсөн беҙгә кәрәк:

2 кг таш ҡабаҡ (кабачки);

2,5 кг помидор;

200 грамм һарымһаҡ;

1 кг татлы борос;

2 аш ҡалағы тоҙ;

200 грамм шәкәр;

200 грамм көнбағыш майы;

100 грамм 9 процентлы аш һеркәһе.

Әҙерләү:

Помидор менән һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Таш ҡабаҡты бәләкәй шаҡмаҡтарға турайбыҙ һәм помидорҙарға ҡушып бутайбыҙ. Тоҙ, шәкәр, көнбағыш майы өҫтәйбеҙ.

Бөтәһен бергә 30 минут быҡтырабыҙ. Артабан оҙонсалап туралаған борос менән һеркә ҡушабыҙ. Бөтәһе бергә ҡайнап сыҡҡас, тағы 20 минут бешерәбеҙ. Аҙаҡ инде стерилләштерелгән банкаларға һалабыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: "Бәйләнештә". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас