

ҠУҘЫ
Осорҙо күтәренке кәйеф менән үткәрерһегеҙ. Сағыу ваҡиғалар байтаҡ булыр. Ниндәйҙер тантанаға саҡырыуҙары, аҙна аҙағында мөһим эш килеп сығыуы бар.
БУҒА
Ғаилә, яҡын туғандарығыҙ, йорт мәшәҡәттәре күп ваҡытығыҙҙы алыр. Хужалыҡ мәсьәләләрен көйләү, ҙур ғына әйбер һатып алыу өсөн ҡулай осор. Матди хәлегеҙ тотороҡло булыр. Аҙна аҙағына ҡунаҡ көтөгөҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Аҙна аралашыуҙарға бай булыр, һөҙөмтәлә үҙегеҙ өсөн мөһим яңылыҡ белерһегеҙ. Һөйгән кешегеҙ ситтә булһа, уның янына барыу мөмкинлеге тыуыр. Осорҙоң икенсе яртыһында эштә ҙур мәшәҡәт сығыуы бар.
ҠЫҪАЛА
Торлаҡҡа бәйле финанс мәсьәләһе менән шөғөлләнерһегеҙ. Уны уңышлы хәл итеү мөмкинлеге тыуыр. Йома абруйығыҙға тап төшөрөрҙәй ғәйбәт еткерерҙәр, моғайын. Шуға ла яҡын дуҫтарығыҙ менән аралашҡанда ла серегеҙҙе һөйләмәгеҙ.
АРЫҪЛАН
Тормошоғоҙҙо үҙгәртеү теләге тыуыр, бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылырһығыҙ. Был осорҙа берәү ҙә һеҙгә ҡаршы һүҙ әйтә алмаҫ. Кесаҙна аҡсағыҙҙы бушҡа сарыфлау хәүефе бар, ҙур әйбер һатып алмаҫҡа кәңәш ителә.
ҠЫҘ
Уңышлы аҙна көтөлә. Һәр төрлө эшкә ҡыйыу тотоноғоҙ. Яңы танышлыҡ ҙур файҙа килтерер. Аҡсаға бәйле эштәр ҙә һөҙөмтәле булыр. Тиҙҙән алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр.
ҮЛСӘҮ
Һуңғы арала тыуған ҡыйынлыҡтар юҡҡа сығыр, иң мөһиме – башлаған ғәмәлдәрҙе аҙағынаса еткерегеҙ. Эштә ҙур үҙгәрештәр көтә. Һәр йәһәттән үҙаллылыҡ талап ителә, юғиһә уңышҡа өлгәшә алмаҫһығыҙ. Яҡындарығыҙ һеҙгә ҙур өмөт бағлай.
САЯН
Әүҙемлекте бер аҙ кәметегеҙ. Ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеүҙә тыйылған алымдарҙы ҡулланмағыҙ, аҙағы хәйерле булмаҫ. Кесаҙнанан йәкшәмбегә тиклем үҙегеҙ, ниәттәрегеҙ тураһында берәүгә лә һөйләмәгеҙ.
УҠСЫ
Сәфәрҙәгеләрҙе күңелле ваҡиғалар көтә, ҡыҙыҡлы кеше менән танышырһығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында алдығыҙҙа “Карьераны һайларғамы, әллә ғаиләнеме?” тигән һорау тыуыр. Бөтә эште бер юлы башҡарам тип, бар нәмәнән ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал.
ЫЛАҠ
Был аҙнала имгәнеү хәүефе юғары. Шулай уҡ кеше күп ерҙә артыҡ йөрөмәҫкә тырышығыҙ. Фекерегеҙҙе сама белеп яҡлағыҙ, яҡындарығыҙ менән өндәшмәй генә ризалашыу яҡшы.
ҺЫУҒОЯР
Осор башында яҡындарығыҙ менән әлегә тиклем килешә алмаған мәсьәләләрҙә лә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшерһегеҙ. Кесаҙнала көсөргәнешле хәл тыуыуы мөмкин. Ут һәм көнкүреш химияһы саралары менән һаҡ булығыҙ.
БАЛЫҠ
Уйланылмаған эш-ғәмәлдәр ҡылып ташлауығыҙ ихтимал, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Ауыр мәлдә яҡындарығыҙға таянығыҙ. Ғәйбәткә ышанмағыҙ, уның дөрөҫлөккә тап килмәүе асыҡланыр.