Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
21 Август 2022, 20:00

11 йәшлек торт оҫтаһы

"Тортым барыһына ла оҡшаны. Мин финалда ла еңеү яулармын тип уйлайым", - тигән Алһыу 

11 йәшлек торт оҫтаһы
11 йәшлек торт оҫтаһы

Кушнаренконан 11 йәшлек Алһыу "Пятница" каналы ойошторған "Кондитер. Балалар" шоуында ҡатнашып, үҙенең тортын тәҡдим иткән. Һайлап алыу турында бөтә баһалама ағзаһы ла - Ренат Ағзамов, Ольга Вашурина, Сусанна Эксузян - яҡташыбыҙға "Эйе!" тип ыңғай яуап биргән, тип хәбәр итә "Моя Уфа" төркөмө.

"Киҫелеше бик матур. Үҙ торты тураһында тәмләп һөйләп күрһәтә алды. Һиңә афарин. Мин һиңә "эйе" тим, ошо йүнәлештә артабан да үҫеш. Һинең ҡулыңдан килә", - тигән Сусанна Эксузян.

"Әгәр үҙең эшләгән булһаң, һин - профи. Бик тәмле. Әлбиттә, мин һиңә "эйе" тим", - тип өҫтәгән Ольга Вашурина.

"Матур! Матур! Киҫелеше шәп, оҫта. Бер һүҙһеҙ - "эйе". Ошондай профессионал финалды биҙәһә - беҙҙең өсөн мәртәбә", - быныһы Ренат Ағзамовтың баһаһы.

"Тортым барыһына ла оҡшаны. Мин финалда ла еңеү яулармын тип уйлайым", тигән Алһыу һәм призға ярты миллион отһа, кондитер буйынса үҙ эшен асасағы тураһында белдергән.

Финалда балалар телетапшырыу алып барыусыһы Надежда Сысоева заказы буйынса әкиәт геройҙары - Мәскәй, Кощей фигуркалары менән торт яһаған. Әҙер торттарҙы тәмләп ҡарағас, баһалама ағзалары тәмле бисквит һәм начинка өсөн Башҡортостан ҡыҙын маҡтаған, тик әкиәт геройының берәүһе булмағанлыҡтан эш тулы түгел тип табылған. Суперфиналға Мәскәүҙән 13 йәшлек Марина исемле ҡыҙ сыҡҡан.

"Бөтәһе лә афарин! Беҙ дүрт профессиональ кондитерҙың эшен ҡараныҡ. Һеҙҙең торттар - иҫ киткес", - тигән һығымта яһаған Ренат Ағзамов.

Оҫта ҡыҙҙың төрлө еңеүҙәре алда ла булыр әле, уңыштар һиңә, Алһыу!


Фото һәм мәғлүмәт: "Моя Уфа" төркөмө.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: