Матур үтһен ялығыҙ
21 Август 2022, 04:00

Йодлы крем

Уны үҙебеҙ яһайыҡЙод менән крем бит тиреһен йомшарта, һығылмалы итә, йәшәртә, һипкелдәрҙе бер аҙ ағарта.

Йодлы кремЙодлы крем
Йодлы крем

Йод менән крем бит тиреһен йомшарта, һығылмалы итә, йәшәртә, һипкелдәрҙе бер аҙ ағарта.


Крем өсөн кәрәк:
Бер ҡалаҡ бал
Бер балғалаҡ вазелин
Бер-ике тамсы йод
Бер ҡалаҡ кастор майы.

Әҙерләү:
Бәләкәй быяла һауытҡа 1-2 тамсығына йод тамыҙабыҙ - артығы кәрәкмәй. Шунан бал, вазелин һәм кастор майын һалып, бөтәһен бергә яҡшылап бутайбыҙ. Бындай крем бүлмә йылылығында ла һаҡлана ала, тик бер айҙан артыҡ түгел.

Үҙебеҙ яһаған кремды ентекләп таҙартылған тирегә һөртөргә кәрәк. Биткә яғыр алдынан уны яңынан бутап алыу артыҡ булмаҫ. Кремды биттә 15 минуттан ике сәғәткәсә ҡалдырырға мөмкин.

Тик ҡулланыр алдынан берәй компонентҡа аллергия юҡлығына ныҡлап инаныу мотлаҡ!

Мәғлүмәт "ЗОЖ" гәзитенән.
Фото:protyye-sovety.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас