Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
26 Август 2022, 18:32

ЙОНДОҘНАМӘ (29 август – 4 сентябрь)

ҠУҘЫ

Һуңғы ваҡытта тынғы бирмәгән мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Эштә етәкселектең һеҙгә ҡарата мөнә­сәбәте яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Вәғәҙә биргәндә көсөгөҙҙө самалағыҙ, был айырыуса оҙайлы килешеүҙәргә ҡағыла.

 

БУҒА

Әйбер һатып алыу өсөн ҡулай осор. Бөтә нәмә еңел бирелер, шул уҡ ваҡытта бәхәсле хәлдәр ҙә булыр. Тик матур итеп һөйләшә белеүегеҙ һәр йәһәттән ярҙам итер.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Эштәрегеҙ берсә туҡтап ҡа­лыр, берсә әүҙем алға барыр. Һөнәри эшмәкәрлектә яңы мөм­кинлектәр асылыр, финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Уның ҡарауы, үҙегеҙ өсөн ҡәҙерле нәмәнән баш тартырға тура килер.

 

ҠЫҪАЛА

Көс-ҡеүәтегеҙҙең артҡанын тойорһоғоҙ. Аҡсаға бәйле күптән­ге проблеманы кинәт кенә хәл итер­һегеҙ. Эш урынында ла хеҙмәт ха­ҡына өҫтәмә йәки премия түләүҙәре ихтимал.

 

АРЫҪЛАН

Фекерҙәштәр менән арала­шыу­ға бай осор. Гүзәл заттарҙы ҡыҫҡа ғына романтик осрашыу көтә. Көслө заттарға иһә һаулығын хәстәрләргә кәңәш ителә, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартыу хәйерле.

 

ҠЫҘ

Мөхәббәт һәм бәхет – был аҙ­нала һеҙҙең тоғро юлдашығыҙ. Хис-тойғоларығыҙҙы әйтеп би­реүҙән тартынмағыҙ. Никахлашыу өсөн дә ҡулай осор. Бер генә кәңәш – аҡсағыҙҙы һаҡ тотоноғоҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Тәүәккәллегегеҙ хаттин ашыр. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүәлге алымдар файҙаһыҙ булыр, шуға күрә яңы мөмкинлек­тәрҙе барлағыҙ. Яҡындарығыҙ был арала яңы үрҙәргә дәртләндерер.

 

САЯН

Был арала һеҙгә ярҙам итергә теләгәндәр күбәйеп китер. Ылыҡ­тырғыс тәҡдимдәрҙән баш тарт­мағыҙ, улар карьера йәһәтенән үҫеш килтерер. Һөйөнөслө хәбәр алыуығыҙ ҙа ихтимал.

 

УҠСЫ

Ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашы­рыуға бөтә көсөгөҙҙө һалығыҙ – әле бик уңайлы осор. Тормош юлдашын осратыуығыҙ мөмкин. Аҙна аҙағына мул ғына табыш алырһығыҙ.

 

ЫЛАҠ

Эмоциональ хәлегеҙ тото­роҡһоҙ булыр. Шаршамбынан хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Сәйәхәткә сығыу мөмкинлеге булһа, баш тартмағыҙ – рухи үҫешкә булышлыҡ иткән кеше менән танышырһығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Үҙегеҙгә аҡса йәлләмәгеҙ. Төрлө дин, фән һәм мәҙәниәт вә­килдәре өсөн аҙна сағыу ваҡиға­ларға бай булыр. Мәсьәләләрҙе хәл иткәндә кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмағыҙ. Йорт мәшәҡәттәрен кисектереп, ял итегеҙ.

 

БАЛЫҠ

Тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙ­гәрт­кән кеше менән танышыу мөм­кинлеге юғары. Ауыр мәлдә тап ул ярҙамға килер. Сәләмәт тор­мош алып барығыҙ, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ.

Читайте нас: