Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
2 Сентябрь 2022, 10:40

Урал батырҙың урыны ...Асҡарҙа!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бик ымһындырғыс урын тураһында һөйләне.

Урал батырҙың урыны ...Асҡарҙа!
Урал батырҙың урыны ...Асҡарҙа!

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районында эш сәфәре менән булды. Ул төҙөлөп ятҡан "Урал батыр" тигән ял итеү-күңел асыу урынын да ҡараны.

"Әбйәлил районының Асҡар ауылы янында ошондай матур күңел асыу паркы төҙөлә. Ул «Урал батыр» тип атала, һәм оҙаҡламай бында балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, тау саңғыһы комплексы, тюбинг өсөн трасса, кафе, бағыр балығы хужалығы, шарлауыҡ һәм башҡалар барлыҡҡа киләсәк. Былар барыһы ла - эшҡыуарҙарыбыҙ башланғысы буйынса. Проект перспективаларын һәм беҙ күрһәтә алған ярҙамды тикшереү өсөн компания вәкилдәрен «Инвестиция сәғәте»нә саҡырҙым. Комплекс асылғанда мотлаҡ киләсәкмен - бында туристарҙы йәлеп итерлек һәйбәт урын барлыҡҡа килергә тейеш", - тип хәбәр итте үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Радий Фәрит улы.

Фото artageless.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: