

Баҡтиһәң, тиҙ арала крахмал ярҙам итә ала. Ҡулдың сырышыуын, биттәге һырҙарҙы бөтөрөү өсөн бер балғалаҡ крахмалды бер стакан йылы һыуға һалып болғатығыҙ. Ошо масса менән битегеҙҙе йыуығыҙ һәм һөртөнмәгеҙ - үҙе кипһен. Һуңынан артып ҡалғанын һөртөп алығыҙ. Ер эштәре йә төҙөлөш менән булып, ҡулдар ҡарағыһыҙ булып китһә, шулай уҡ крахмал иҙеп һөртөргә лә полиэтилен япма менән урап тоторға була.
Сибайҙан Фәнүзә Әхмәтова бына ни ти: "Төҙөлөштә эшләгәндә ҡул ямаҡай булып сырышып китә ине, крахмал иҙеп, һылап тотоп ала инем. Шып-шыма була ине шунан һуң". Тимәк, был лайфхактың файҙаһын күргән кешеләр бар арабыҙҙа. Ошолай эшләһәгеҙ, һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ.
Байрамда иң матуры булығыҙ!
Фото sun9-21.userapi.com