Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
8 Сентябрь 2022, 10:30

Ташҡабаҡты нимә эшләтергә белмәһәң...

Бик тәмле, еңел ризыҡ килеп сыға

Ташҡабаҡты нимә эшләтергә белмәһәң...
Ташҡабаҡты нимә эшләтергә белмәһәң...

Әле ташҡабаҡ өлгөргән мәл. Унан ошо ябай ғына запеканканы әленән-әле бешерәм. Бик тәмле, еңел ризыҡ килеп сыға.

Уны бешереү өсөн кәрәк:

ташҡабаҡ – 400 грамм,

ҡаты сыр – 100 грамм,

йомортҡа – 2 дана,

ҡаймаҡ – 100 грамм,

он – 150 грамм,

сода – ярты балғалаҡ (аш һеркәһе менән һүндерергә),

тоҙ – ярты балғалаҡ,

тәмләткес үләндәр,

ҡара борос.

 

Әҙерләү:

Ҡаймаҡҡа сода һалып болғатырға һәм биш минутҡа ултыртып торорға. Артабан йомортҡа, тоҙ, борос, он һалып бутарға. Ташҡабаҡты ҡырғыстан үткәреп, һутын һығырға, ваҡ киҫәктәргә туралған йәки ҡырғыстан үткәрелгән сыр, тәмләткес үләндәр ҡушып, өҫтөнә шыйыҡ ҡамырҙы ҡойоп, барыһын бергә бутарға һәм майлы табаға һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә бер сәғәт самаһы бешерергә.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: