Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
9 Сентябрь 2022, 11:05

ЙОНДОҘНАМӘ (12 – 18 сентябрь)

horoscopes.rambler.ru
Фото:horoscopes.rambler.ru

ҠУҘЫ

Кеше эшенә ҡыҫылмағыҙ. Һорамайҙар, саҡырмайҙар икән, ярҙамға ашыҡмағыҙ. Был аҙнаны һәүетемсә генә үткәрегеҙ.

 

БУҒА

Башкөллө сумып башҡарған эшегеҙ башҡалар өсөн бик мөһим дә түгел. Шуға ниндәйҙер проект танылыу алмай икән, танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Ғаиләгеҙгә күберәк ваҡыт бүлегеҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Аралашыу яңы мөмкинлектәр асыр. Рекламаға бәйле мәғлүмәт менән эш итергә тура килер, матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға мөмкин­лек тыуыр. Алыҫ сәйәхәткә сығырһығыҙ, юлығыҙ уңыр.

 

ҠЫҪАЛА

Был арала эшлекле даирә­ләрҙә күпкә өлгәшкән кешеләр араһында булырһығыҙ. Тик уңыш артынан ҡыуып хаталана күрмәгеҙ, яҡшы белмәгән әҙәмдәргә мөһим мәғлүмәтте асмағыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Был осорҙа ярҙам һорарға тартынмаһағыҙ, күптәнге мәсьә­ләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, тейешле урында һәм кәрәкле ерҙә йөрөрһөгөҙ.

 

ҠЫҘ

Бер эшкә лә әҙерлекһеҙ тотонмағыҙ. Айырыуса документтар менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Хатағыҙҙы төҙәтеү ҡыйынға төшөр.

 

ҮЛСӘҮ

Бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләмәгеҙ, абруйығыҙҙы төшөрөүегеҙ бар. Һеҙҙең өсөн ҡатмарлы осор. Бирешмәгеҙ, барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр.

 

САЯН

Яҡын кешеләрегеҙ ҙур баҫым яһар. Улар һеҙҙе үҙ мәнфәғәт­тәрендә файҙаланырға ниәтләй. Ҡарар ҡабул итер алдынан ныҡлап уйлағыҙ, һәр мәғлүмәтте яңынан тикшерегеҙ.

 

УҠСЫ

Үпкәселлек һәм телегеҙҙе тыя белмәү төп дошманығыҙ булыр. Уның ҡарауы, аҙна реклама менән шөғөлләнеү, хәйриә сараларында ҡатнашыу, күсемһеҙ милек һатыу йәки һатып алыу өсөн уңышлы.

 

ЫЛАҠ

Бөтә эште еңел генә ат­ҡа­рырһығыҙ. Ишетеп ҡалған мәғ­лүмәтте оҫта файҙаланһағыҙ, абруйығыҙ артыр. Ижад итер, сәйәхәткә сығыр өсөн уңайлы мәл.

 

ҺЫУҒОЯР

Эргәгеҙҙә ярамһаҡланып йөрөгән кешенән һаҡ булығыҙ. Уңышҡа ирешәм тиһәгеҙ, аҙ һөйләгеҙ, күп эшләгеҙ. Яңылыш ыс­ҡындырған һүҙ эшегеҙҙе баһаламауға килтерер.

 

БАЛЫҠ

Күптән кисектергән эште тиҙ арала тамамлап ҡуйығыҙ. Үтәл­мәгән бурыс өсөн хеҙмәт­тәш­тәрегеҙ алдында әрләүҙәре ихтимал. Һеҙ биргән кәңәш йәки мәғлүмәт өсөн яҡындарығыҙ рәхмәт әйтер.

Читайте нас: