Шулай итеп был салатты әҙерләр өсөн кәрәк:
- Сөгөлдөр - 250 грамм.
- Башлы һуған - 1 дана.
- Маринадланған ҡыяр - 2 дана.
- Йомортҡа - 2 дана.
- Һарымһаҡ - 2 тырнаҡ.
- Майонез йәки ҡаймаҡ - тәме буйынса.
- Тоҙ - тәме буйынса.
Әҙерләү ысулы:
- Башлы һуғанды ваҡ итеп турап, үҫемлек майы һалынған табала ҡыҙҙырабыҙ.
- Маринадланған ҡыярҙы ваҡ итеп турап, һуғанға ҡушабыҙ. Шулай уҡ ваҡланған ике һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Бутайбыҙ һәм 5 минут ҡыҙҙырабыҙ.
- Ике йомортҡаны эре итмәй генә турайбыҙ.
- Әҙер сөгөлдөрҙө эре ҡырғыста ҡырып, һауытҡа һалабыҙ.
- Йомортҡа һәм ҡыяр менән ҡыҙҙырылған һуғанды өҫтәйбеҙ.
- Майонез йәки ҡаймаҡ ҡушып, бутайбыҙ. Әгәр ҡыяр ярайһы уҡ тоҙло булһа, салатты тоҙлап тормағыҙ. Кәрәк булһа, өҫтәгеҙ.
Ҡыҙҙырылған маринадланған ҡыярҙың был салатҡа ниндәй ҡабатланмаҫ тәм биреүен күҙ алдына ла килтермәйһегеҙ!
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото: fort.crimea.com