Матур үтһен ялығыҙ
14 Сентябрь 2022, 13:00

Баклажан менән эремсектән рулет

Был ҡабымлыҡ бик тиҙ һәм еңел әҙерләнә, уның ҡарауы һәр өҫтәлдең йәме буласаҡ. 

Баклажан менән эремсектән рулетБаклажан менән эремсектән рулет
Баклажан менән эремсектән рулет

Был тәмле ҡабымлыҡты әҙерләү өсөн беҙгә ике уртаса ҙурлыҡтағы баклажан, 200 грамм эремсек (кибеттә һатылғаны ла бара), ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Әҙерләү:

Тәүҙә баклажанды буй-буй итеп ҡырҡабыҙ ҙа, тоҙло һыуыҡ һыуҙа 20-30 минут тирәһе тотабыҙ, әсеһе бөтһөн өсөн. Шунан ҡағыҙ таҫтамал менән һыуын ҡоротоп, ике яҡлап үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ.

Артабан эремсеккә тоҙ, йәшел тәмләткестәр ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ. Ҡатнашманы баклажанға төрәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото:  maxvps.ru

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас