Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
14 Сентябрь 2022, 18:30

Туризм яңы баҫҡысҡа күтәрелә

Башҡортостанда халыҡ-ара туризмды үҫтереү буйынса эш алып барыла. 

Туризм яңы баҫҡысҡа күтәрелә
Туризм яңы баҫҡысҡа күтәрелә

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы халыҡ-ара туризмды үҫтереү буйынса эште көсәйтә. Ведомствола әйтеүҙәренсә, быға урындағы туроператорҙарын да йәлеп итеү ниәтләнә. Бынан тыш норматив базаһын эшкәртеү ҙә планлаштырыла, был туризм индустрияһының үҙ-ара отошло үҫеше өсөн нигеҙ буласаҡ.

Башҡортостан Үзбәкстан һәм Иранға яңы туристик чартерҙар ебәреүҙе күҙ уңында тота. Федераль кимәлдә был эште Ростуризм Үзбәкстандағы  коллегалары менән алып бара. Артабан, илдәр араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек системалы нигеҙҙә үҫешәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрь баштарында Владивостокта Көнсығыш иҡтисади форумы үтте. Уның төп темаһы булып Рәсәй туризмын үҫтереү торҙо. Шулай уҡ туризм темаһы Рәсәй Президенты Владимир Путинда уҙғарылған кәңәшмәнең дә нигеҙе булды. 50-нән ашыу йүнәлеште, индустрияларҙы берләштергән туризмға, иҡтисад тармағы булараҡ өҫтөнлөклө иғтибар бирелә.  

Илдең туристик кластерҙарын формалаштырыу һәм уларҙың инфраструктураһын булдырыуҙы  инвестициялау менән федераль ойошма - «Туризм.РФ» корпорацияһы шөғөлләнә.

Туризм буйынса Дәүләт советы ултырышында ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙарҙың береһе – корпорацияға ер менән идара итеү буйынса агент вәкәләтен бүлеп биреү. Был иһә ер бүлеү буйынса проект әҙерләү  циклын 6-9 айға тиҙләтә. Сөнки аукциондар үткәреү кәрәк булмай һәм туристик инфраструктурны булдырыу эшен күпкә йәнләндерә.

- Корпорация эшмәкәрлеге туристик тармаҡтың динамик үҫешен булдыра һәм шәхси инвестициялар йәлеп итергә булышлыҡ итә, - тине Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.

Фото: Башинформ.

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: