Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
14 Сентябрь 2022, 09:00

Вәт, эләктергән исмаһам!

 "57 йәшкә етеп, ғүмер буйы балыҡ ҡармаҡлап, Ыҡта был балыҡты күргәнем юҡ ине әле..."

Вәт, эләктергән исмаһам!
Вәт, эләктергән исмаһам!

"Балтач таңнары" гәзите хәбәрселәре  “Башҡортостан балыҡсыһына Ыҡ йылғаһында толстолобик балығы ҡапҡан. Ыҡта  беренсе осраҡ был!” – тип хәбәр итә.

- 57 йәшкә етеп, ғүмер буйы балыҡ ҡармаҡлап, Ыҡта толстолобик балығын күргәнем юҡ ине әле. Быйыл йәй башы ямғырлы булды. Күлдәрҙә, быуаларҙа һыу артып, Ыҡҡа төштө. Моғайын, был толстолобик та Ыҡҡа шул рәүешле килеп эләккәндер,- тип фараз итә Татарстандың  һәүәҫкәр балыҡсыһы Райхан Тимерханов.

Балыҡты Лилиә исемле ҡыҙ ҡаптырған. Шуныһы ғәҗәп, толстолобик ялтырмаға эләккән. Балыҡсы чатта ошо көндәрҙә Ағиҙелгә балыҡҡа барасағы хаҡында  ла әйткән. “Мин тоткан балыҡтарҙың яңы фотоларын көтөгөҙ”, - тип белдергән ул.

Дамир Хәйретдинов фотоһы. 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: