Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
16 Сентябрь 2022, 21:22

ЙОНДОҘНАМӘ (19 – 25 сентябрь)

 ҠУҘЫ

Ғаиләгеҙгә күберәк иғтибар бүлегеҙ. Ҡунаҡтар килеп төшөүе лә ихтимал. Үҙегеҙҙең дә сәфәр сығыуығыҙ бар. Иң уңышлы көнөгөҙ – шаршамбы.

 

БУҒА

Уңышлы аҙнаға аяҡ баҫа­һығыҙ. Көтөлмәгән отоштар булыр, матди хәлегеҙ яҡшырыр. Яратҡан шөғөлөгөҙ сағыу тәьҫораттар килтерер.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Бөтә өлкәләрҙә лә уңыш йылмайыр. Осорҙо файҙаланып, тормошоғоҙға икенсе күҙлектән ҡараш ташлағыҙ. Яңыса йәшәй башларға ваҡыт.

 

ҠЫҪАЛА

Осрашыу һәм килешеүҙәр һөҙөмтәле булыр. Шәхси тор­мошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы, әммә эргәгеҙҙә көнсөлдәр бар. Уларҙы ошо арала асыҡларһығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Сәйер эшкә йәлеп итергә тырышырҙар. Шик тыуҙырған барлыҡ тәҡдимдәрҙән баш тартығыҙ. Үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе генә ҡайғыртһағыҙ, уңыш йылмайыр.

 

ҠЫҘ

Быға тиклем аҡса килтер­мәгән проекттарҙан килем алырһығыҙ. Әммә алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу бик күп ваҡыт һәм көс талап итер.

 

ҮЛСӘҮ

Төрлө эшкә тотонорға, ҡатмарлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин, тик эргәгеҙҙә ышаныслы кешеләр булһын. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ.

 

САЯН

Тормошоғоҙҙа ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Аҙнаның тәүге ярты­һында бөтә эште тамамлап ҡуйырға тырышығыҙ. Хыялдарҙың тормошҡа ашыр мәле.

 

УҠСЫ

Үҙегеҙ менән күпләп аҡса алмағыҙ: йә урларҙар, йә юғал­тырһығыҙ. Эштә көтмәгәндә тикшереү килеүе ихтимал.

 

ЫЛАҠ

Һөйгәнегеҙ менән аралар боҙола ҡалһа, артыҡ хис-тойғоларға бирелмәгеҙ, хәл үҙенән-үҙе яйланыр. Әле аҡсаны күсемһеҙ милек алыуға ғына тотонорға мөмкин. Бурысығыҙ булһа, тиҙерәк ҡотолорға тырышығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Эске тойомлауҙың көслө мәле, шуға күктәр ебәргән бил­дәләрҙе күҙ уңынан ысҡындыр­мағыҙ. Ошо арала күптән борсоған һорауҙарға яуап табырһығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Ниндәйҙер үҙгәрештәргә өмөт итер мәл түгел. Хәл-ваҡиғалар ағышы һеҙҙең һәм әйләнә-тирәләге кешеләрҙең кәйефенә бәйле. Вәғәҙә бирмәгеҙ, үтәй алмаҫһығыҙ.

Читайте нас: