Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
19 Сентябрь 2022, 07:00

"Минең ҡамырым йоҡа һәм йыртылмай"

Уңған хужабикә Гөлүсә Рәхмәтуллина шундай ҡамырҙы баҫырға өйрәтә.

"Минең ҡамырым йоҡа һәм йыртылмай"
"Минең ҡамырым йоҡа һәм йыртылмай"

Уңған хужабикәләр туҡмас һәм манты өсөн ҡамырҙы йоҡа итеп йәйә. Хатта уның аша аҫтында ятҡан гәзиттәге хәрефтәрҙе уҡырлыҡ була.

Гөлүсә Рәхмәтуллина шундай ҡамырҙы баҫырға өйрәтә. Яҙып алығыҙ:

"Был ҡамырҙы ни тиклем йоҡа йәйһәң дә, йыртылмай. Шулай булған өсөн дә ул манты өсөн бик ҡулай һәм тәмле. Бер стакан ҡайнар һыуға 4 аш ҡалағы он һалып болғатам (күберәк булһа ла ярай). Ул һыуынған арала сеүәтәлә 1 аш ҡалағы майонез, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы май туҡыйым. Хәҙер икеһен бергә ҡушып, он өҫтәп уртаса ҡамыр баҫырға. Бындай ҡамыр, күпме йоҡа йәйһәң дә, йыртылмай. Мантының эслеген иһә һәр хужабикә үҙенсә әҙерләй. Мин фарш менән һуғанды бер үк күләмдә алам, бер аҙ картуф та ҡушам".

Бешереп ҡарайыҡ. Кемебеҙҙең ҡамыры йоҡа булыр икән?.. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: tut-magaz.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: