Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
22 Сентябрь 2022, 11:30

Ысын тип торорһоң!

Туғандары бүләккә ҡаланан рауза сәскәһе рәүешендәге  бейек торшер алып ҡайтҡас,  Ильвинаның башына яңы идея килә...

Ысын тип торорһоң!
Ысын тип торорһоң!

Стәрлебаш районы ҡыҙы Ильвина Собханғолова  ижади ҡарашлы, тиктормаҫ, үҙенә мәшәҡәт эҙләп табып торған кеше. Декрет ялында ултырғанда бәйләү  менән шөғөлләнеү уйы тыуа. Оҙаҡламай таныштары уйынсыҡтар бәйләргә заказ бирә башлай, аҙаҡ Ильвина сәскәләр бәйләргә тотона. Бер йыл самаһы береһенән-береһе матур ҡул эштәре менән таныштарын шатландыра. Тик яңынан бала көтөүен белгәс,  “буласаҡ әсәләргә бәйләргә ярамай” тигән ырымға ышанып,  ҡул эштәрен ҡалдырып тора.

Туғандары бүләккә ҡаланан рауза сәскәһе рәүешендәге  бейек торшер алып ҡайтҡас,  Ильвинаның башына яңы идея килә, ул да ошондай матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырмаҡсы була. Тәүҙә интернетта мәғлүмәт эҙләй, тейешле материалдарҙы һатып ала. Беренсе рауза  сәскәһе уңышлы килеп сыға. Хәҙер инде ул ике йыл эсендә  ысын ҡул  эштәре оҫтаһына әүерелде. Ильвинаның  мөғжизәле сәскәләре  йорттарҙы йәмләй,   кәйефте күтәрә, иҫ киткес матурлыҡ тыуҙыра, тип яҙа “Стерлибашевские родники” гәзите.

И. Собханғолова фотолары.

Ысын тип торорһоң!
Ысын тип торорһоң!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: