Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
23 Сентябрь 2022, 16:52

ЙОНДОҘНАМӘ (26 сентябрь – 2 октябрь)

horoscopes.rambler.ru
Фото:horoscopes.rambler.ru

 ҠУҘЫ

Ҡатмарлы мәлдәр күп булыу­ға ҡарамаҫтан, унышлы аҙна. Күптәрҙең иғтибарын йәлеп итер­һегеҙ, әммә һеҙҙән көнләшеүселәр ҙә бар – һаҡ булығыҙ.

 

БУҒА

Аҙна башында уҡ ниндәйҙер көтөлмәгән ыңғай хәл булыр, әммә артабан уның ҡуйырып, бөтөнләй икенсе йүнәлеш алып китеүе ихтимал. Уны еңеп сығырға дәртегеҙ бар, ә бына дарманығыҙ юҡ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Уйландыра торған көндәр. Проблемаларҙы барлап, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләгеҙ – барыһы ла яҡшы булыр.

 

ҠЫҪАЛА

Аҙна уңышлы булыр. Дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү өсөн күп ваҡыт талап ителмәй. Бүләк, килем алыуығыҙ ихтимал.

 

АРЫҪЛАН

Тормошоғоҙҙо үҙегеҙ ҡатмар­лаштыраһығыҙ. Тормошҡа аш­маҫ­лыҡ хыялға ваҡыт сарыф иткән­се, тәртибегеҙҙе баһалау урынлыраҡ булыр.

 

ҠЫҘ

Күпкә өмөт иткәнгә күрә, тор­мошҡа ашҡан теләктәрегеҙ ҡәнә­ғәтләндермәҫ. Яңы ишектәр асыла, ә һеҙ һаман элеккеләре ябыл­ғанға көйәләнәһегеҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Аҙна күңелһеҙ башланып китер. Етмәһә, ҡаршылыҡтарҙан шул тиклем ҡурҡаһығыҙ, планда­рығыҙҙан тиҙ генә баш тартаһығыҙ. Ә бит, уйлап ҡараһаң, хәлегеҙҙән күп нимә килер ине.

 

САЯН

Эшлекле һәм шәхси мөнәсә­бәттәрҙә проблемалар булыр, һеҙҙең ғәйеп менән низағ сығыуы ихтимал. Мәнфәғәтегеҙҙе яҡлайым тип, дошмандар һанын арттыраһығыҙ.

 

УҠСЫ

Ҡаршылыҡлы көндәр килер. Баш­ҡалар көйөр ине, ә һеҙ шат: нимәлер булыр тип көткәнсе, бы­на бит, ваҡиғалар бара! Күп сәйәхәт итерһегеҙ, яңы таныштар барлыҡҡа килер.

 

ЫЛАҠ

Аҙна башында етди хата яһау­ҙан һаҡ булығыҙ: әгәр ошоно булдырмаһағыҙ, артабан күпкә еңел булыр.

 

ҺЫУҒОЯР

Башҡаларҙы ишетергә һәм аңларға өйрәнергә кәрәк. Әлегә һеҙ үҙ хис-тойғоларығыҙға ғына ҡолаҡ һалаһығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Дөрөҫ фекерләгәнгә күрә, байтаҡ проблемаларҙы еңел хәл итерһегеҙ. Быға һөнәри оҫталыҡ, кешеләр менән эш итә белеү, алдан һиҙемләү тойғоһо ла ярҙам итә.

Читайте нас: