Матур үтһен ялығыҙ
28 Сентябрь 2022, 06:00

Уны хатта Кубаға оҙатҡандар...

Күҙҙәрҙән йәш сығарырлыҡ әселеге, шифаһы менән дан тотҡан Иглин һуғанына арнап,  райондың Ҡалтыман ауылында оло байрам ойошторолдо

Уны хатта Кубаға оҙатҡандар...Уны хатта Кубаға оҙатҡандар...
Уны хатта Кубаға оҙатҡандар...

Күҙҙәрҙән йәш сығарырлыҡ әселеге, шифаһы менән дан тотҡан Иглин һуғанына арнап,  райондың Ҡалтыман ауылында оло байрам ойошторолдо. Тап ошо ауылда даны бөтә донъяға таралған һуғанды үҫтереүселәр йәшәй.

Иглин һуғанының тарихы үткән быуаттың утыҙынсы йылдарына барып тоташа. Тап ошо осорҙа районда йәшелсәселек менән шөғөлләнеүсе бригадалар барлыҡҡа килә. Ҡоролоҡҡа, яуым-төшөмлө һауа торошона ла бирешмәгән үҫемлек тиҙ арала мул уңыш бирә башлай. Һуғанды хатта  Кубаға ла оҙаталар.

Тәме буйынса иң-иңдәрҙән һаналған Иглин һуғаны хәҙер элекке кеүек ҙур күләмдә үҫтерелмәй. Әммә ауыл халҡы, алдынғы хужалыҡтар, ата-бабаларҙан ҡалған данды ҡәҙерләп һаҡлай.  Байрамды ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтары өсөн бай программа тәҡдим итте. Һуғандан төрлө-төрлө тәмле десерттар, бәлештәр, варенье һәм закускалар әҙерләп була икән! Халыҡ йәрминкәһе күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ҡул оҫтаһы Наталия тәбиғи йөндән әүәләп аяҡ кейемдәре эшләй икән.”Эштәремде Грузияға, Мәскәүгә, Һамарға һәм Өфөгә ебәреп торам”,– ти ул.

Иң ҙур  һуғанға һәм ҡабаҡҡа ойошторолған конкурстар ҙа ҡыҙыҡлы булды.Һуған темаһына костюмдар модаһы, бай табындар, ижади коллективтар сығыштары байрамға йәм өҫтәне.  Халыҡ байрамы кәйефтәрҙе күтәрҙе!

Фото: Иглин районы хакимиәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас