Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
30 Сентябрь 2022, 16:52

ЙОНДОҘНАМӘ (3 – 9 октябрь)

 ҠУҘЫ

Шәхси мөнәсәбәттәр менән эш араһында алтын урталыҡты табығыҙ. Хистәргә бирелер мәл түгел. Башығыҙҙы юғалтһағыҙ, эштә ауырлыҡтар тыуыр. Мөһим ҡарар ҡабул иткәндә ҡабаланмағыҙ.

 

БУҒА

Үҙгәрештәргә әҙер тороғоҙ. Әлеге мәлдә тыныслыҡ һаҡлау мөһим. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арыныу хәйерле. Танышыу, дуҫтар менән осрашыу, театр, филармонияға йөрөү өсөн һәйбәт мәл.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Икенсе яртығыҙ менән аңлаша алмау мөнәсәбәттәрҙең боҙо­лоуына килтерер. Эште ҙурға ебәр­мәҫ өсөн күп көс һалырға тура киләсәк. Йәрегеҙгә ышанығыҙ һәм һәр аҙымын кон­тролдә тоторға тырышмағыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Һеҙҙе уңышлы мәл көтә. Был аҙнала танышҡан кеше менән оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырыр­һығыҙ. Абруйлы, хөрмәтле кешеләр менән аралашыу файҙалы тәжрибә бирәсәк.

 

АРЫҪЛАН

Гел генә ниндәйҙер үҙгәрешкә ынтылырһығыҙ, әммә был осорҙа тормошоғоҙҙо икенсе яҡҡа бороп ебәрергә ашыҡмағыҙ. Көсөгөҙҙө самалағыҙ. Юлда йөрөгәндә һаҡ булығыҙ.

 

ҠЫҘ

Ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан ҡасып булмаҫ. Алтын урталыҡты табырға тырышығыҙ. Һөйгәнегеҙҙең кәңәш­тәренә ҡолаҡ һалып эш итегеҙ. Эштә иһә хеҙмәттәштәрегеҙҙән айырылмағыҙ. Был аҙнаны һәүетемсә генә үткәрегеҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Һуңғы ваҡытта тормош сағыу төҫтәрен юғалтҡан кеүек булып тойола икән, барыһын да ыңғай яҡҡа үҙгәртеү – һеҙҙең ҡулда. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙән ҡурҡмағыҙ.

 

САЯН

Яңы бәйләнештәр булдырыу, дуҫтар табыу өсөн уңайлы мәл. Ташып торған дәртегеҙҙе һүрел­дермәҫ өсөн дуҫтарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Ижади һәләт­тәрҙе үҫтереү мөмкинлегенән баш тартмағыҙ.

 

УҠСЫ

Көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү күп ваҡытты аласаҡ. Кәйе­фегеҙ ҡырылыр. Күңел төшөнкө­лөгөнә бирелмәҫ өсөн йышыраҡ кеше араһына сығығыҙ, китап уҡығыҙ.

 

ЫЛАҠ

Яҡындарығыҙ һеҙҙең иғтибары­ғыҙға мохтаж. Ғаиләгеҙгә мөмкин тиклем күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Ял көн­дәрендә ҡайҙалыр сығып килеү ҙә файҙаға ғына булыр. Эштәге әүҙемлек үҙен аҡлар.

 

ҺЫУҒОЯР

Хис-тойғоларға бирелеп, хата­лар­ға юл ҡуймағыҙ. Кемгәлер биргән вәғәҙәне үтәмәй ҡалмағыҙ. Эшҡы­уар­лыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн килемле осор.

 

БАЛЫҠ

Аҙнаның икенсе яртыһында көс-дарманығыҙ ташып торор. Ошо мәлде мөмкин тиклем файҙаланып ҡалығыҙ. Йышыраҡ осрашыуҙарға йөрөгөҙ. Мул килем алыуығыҙ көтөлә.

Читайте нас: