Матур үтһен ялығыҙ
11 Октябрь 2022, 13:00

Өй шарттарында - "Курабье" печеньеһы

Ошо печеньены яратаһығыҙмы? Был тәмлекәсте үҙегеҙ ҙә әҙерләй алаһығыҙ. Рецебы бик ябай. 

Өй шарттарында - "Курабье" печеньеһыӨй шарттарында - "Курабье" печеньеһы
Өй шарттарында - "Курабье" печеньеһы

"Курабье" печеньеһын бешереү өсөн 100 грамм аҡ май, 50 грамм шәкәр пудраһы, 150 грамм он, бер йомортҡа, абрикос джемы йәки үҙегеҙгә оҡшаған повидло кәрәк.

Әҙерләү

Аҡ майҙы миксер менән туғыйбыҙ, шәкәр пудраһы ҡушып тағы ла туғыйбыҙ. Йомортҡа, он һалып, миксер ярҙамында талғын ғына бутайбыҙ. Шунан ҡул менән һәйбәтләп баҫабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ ҡына булырға тейеш, уны пластик һауытҡа йәки кондитер ҡапсыҡҡа һалып торабыҙ. Йондоҙ рәүешендәге ҡорамал (насадка) ҡулланып, табаға печеньеларҙы теҙәбеҙ. Уртаһын бе аҙ баҫып, джем һалабыҙ. Духовканы 220 градусҡа тиклем йылытып, 10 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын! 

Фото: picatom.com 

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас