Матур үтһен ялығыҙ
21 Октябрь 2022, 05:45

ЙОНДОҘНАМӘ (24 – 30 октябрь)

9111.ru9111.ru
Фото:9111.ru

 ҠУҘЫ

Аҙна бер аҙ көсөргәнешле башланыр, моғайын. Ваҡиғаларҙың айышына төшөнөргә тырышмағыҙ, ваҡыт үтеү менән барыһы ла яйға һалыныр. Аҙна аҙағында яҡын дуҫығыҙ мөһим хәбәр еткерер.

 

БУҒА

Сит кешенең проблемаларын иңегеҙгә алмағыҙ. Үҙегеҙ ҙә башҡаларға ауырлыҡ һалмағыҙ. Был арала сәфәр сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш ителә.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Яңы һөнәр үҙләштереү өсөн ҡулай осор. Башҡарған ғәмәл­дәрегеҙҙән кинәнес алырһығыҙ. Һуңғы ваҡытта көсөргәнешле тойолған шәхси мөнәсәбәттәр ҙә яҡшырыр. Изге маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Барыһы ла ҡулығыҙҙан килер. Аҙна һөҙөмтәле аралашыуҙарға бай булыр. Тик кеше менән һөйләшкәндә үҙегеҙҙе аҡыллы итеп күрһәтергә тырышмағыҙ, оятҡа ҡалыуығыҙ бар.

 

АРЫҪЛАН

Мөһим тәҡдим яһарҙар. Уны ҡабул итер алдынан ныҡлы уйлағыҙ, алданыу хәүефе бар. Шаршамбыға тиклем киҫкен аҙым яһамағыҙ. Кесаҙнала барлыҡ пландарығыҙҙың үҙгәреп китеүе ихтимал.

 

ҠЫҘ

Аҙна һәүетемсә үтер. Тик эштә генә дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт арҡаһында ҡыйынлыҡ тыуыуы ихтимал. Һәр эшкә тотонор алдынан көсөгөҙҙө самалағыҙ. Ял көндәрендә кәрәкмәгән осрашыуҙарҙан баш тартыу хәйерле.

 

ҮЛСӘҮ

Иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Хатта үҙегеҙ хаҡындағы ғәйбәттән дә яҡшы реклама яһай алырһығыҙ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә артыҡ ныҡ көйһөҙләнмәҫкә кәңәш ителә. Яҡындарығыҙ һөйөндөрөп торор.

 

САЯН

Әүҙемлегегеҙ кинәт артып китер. Хеҙмәтегеҙҙең емешен йыйырға ваҡыт. Яҡындарығыҙ яҡшы кәйеф өләшер. Эштә лә абруйығыҙ артыр. Етәкселектең ышанысын яуларһығыҙ, алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр.

 

УҠСЫ

Ижади башланғыстар, физик әүҙемлек, шәхси тормоштағы үҙгәрештәр аҙнаһы. Йома кисен тыныс үткәрергә кәңәш ителә. Был арала юлға сыҡмай тороғоҙ.

 

ЫЛАҠ

Теләгән һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн баҫалҡыраҡ булығыҙ. Тәү сиратта үҙегеҙҙең бурыстарығыҙҙы башҡарығыҙ, юғиһә һеҙҙе сит кешеләрҙең проблемаларын көйләүгә йәлеп итеүҙәре бар.

 

ҺЫУҒОЯР

Киң мөмкинлектәр тыуыр, тик һеҙ иңегеҙгә яуаплылыҡ алырға әҙерһегеҙме? Шаршамбы эштәрҙе кисектереп торорға кәңәш ителә. Рухи камиллыҡ тураһында уйланығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Дүшәмбе ҡыйыу пландарҙы тормошҡа ашырырға ашыҡмағыҙ, алдығыҙҙа ҡаршылыҡ тыуыр. Шишәмбе эшкә һуңламаҫҡа тыры­шығыҙ. Аҙна аҙағында ҡыҙыҡлы кеше менән танышырһығыҙ, тормошоғоҙ кинәт үҙгәреүе ихтимал.

Читайте нас