

ҠУҘЫ
Аҙна ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Уның тәүге яртыһы уҡыу һәм сәйәхәт итеү өсөн ҡулай түгел. Осорҙоң икенсе яртыһында яҡындарығыҙ менән аралашҡанда итәғәтлерәк булырға кәңәш ителә, низағлашыу хәүефе бар.
БУҒА
Ғаиләлә мөнәсәбәттәр ал да гөл булыр. Уның ҡарауы, яңғыҙҙарҙың дуҫтары менән үпкәләшеүе ихтимал. Шау-шыулы кисәләргә йөрөмәй тороу хәйерле. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу өсөн ҡулай осор. Тормошоғоҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡлы ваҡиғалар булыуы бар. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр яҡшырыр, тик ваҡсыл булмағыҙ. Балаларығыҙға иғтибар итегеҙ.
ҠЫҪАЛА
Шаршамбыға тиклем көсөргәнешле хәлдәр булыуы мөмкин, тик борсолмағыҙ, улар тиҙ арала яйға һалыныр. Ҡайһы берәүҙәр никахҡа инергә ҡарар итер. Аҙна аҙағында ҡунаҡ көтөгөҙ.
АРЫҪЛАН
Төп мәсьәлә яҡындарығыҙ хаҡында хәстәрлек күреүгә ҡоролор, моғайын. Ай аҙағында тыуғандарға эш, вазифа тураһында етди уйланырға ваҡыт. Иң уңышлы көнөгөҙ – дүшәмбе.
ҠЫҘ
3 – 12 сентябрҙә тыуғандар өсөн айырыуса һөҙөмтәле аҙна. Күптәр һеҙҙең менән аралашырға теләр, кәңәшегеҙгә ҡолаҡ һалыр. Яңы кеше менән осраҡлы ғына танышыу оҙайлы дуҫлыҡҡа әүерелеүе ихтимал.
ҮЛСӘҮ
Барыһы ла яҡшы булыр. Әммә шуны хәтерҙә тотоғоҙ: әле һеҙгә берәү ҙә ярҙам итмәҫ, үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға тура килер. Борсолмағыҙ, ҡулығыҙҙан килмәгән эш-ғәмәл булмаҫ.
САЯН
Белем алыу, камиллашыу өсөн ҡулай аҙна. Аҡсаға бәйле ҡыйынлыҡ тыуыр, моғайын. Осор аҙағы бер аҙ көсөргәнешле күренә, имгәнеү хәүефе бар. Айырыуса электр менән һаҡ эш итегеҙ.
УҠСЫ
Һеҙҙе сағыу романтик осрашыу көтә. Яңы мөнәсәбәттәр өсөн ҡулай осор. Күптәнге мәсьәләләрҙең береһе уңышлы хәл ителер. Аҙна аҙағында бер аҙ ял итеп алығыҙ, тиҙҙән эштә мөһим бурыс йөкмәтерҙәр.
ЫЛАҠ
Яңы дуҫтар табырһығыҙ. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге тыуыр. Һеҙ аҡсаны һаҡсыл, ә һөйгәнегеҙ, киреһенсә, мул тотоноуы арҡаһында әрләшеүегеҙ бар.
ҺЫУҒОЯР
Был арала башҡарылғанға баһа биреү, киләсәккә план ҡороу менән сикләнергә тырышығыҙ. Аралашыу даирәһе артыр. Хис-тойғоларығыҙ ташып торған осор, шуға ла эске тойомлауға түгел, ситтәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.
БАЛЫҠ
Сәйәхәткә сығығыҙ, физик күнекмәләр яһағыҙ – күңелегеҙ күтәрелер. Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләр уңышлы хәл ителә торған осор. Ижади һөнәр эйәләренең әүҙемлеге артыр.