Матур үтһен ялығыҙ
3 Ноябрь 2022, 10:02

ЙОНДОҘНАМӘ (7 – 13 ноябрь)

9111.ru9111.ru
Фото:9111.ru

 ҠУҘЫ

Кәйефегеҙ үҙгәреп торор. Хис-тойғоларығыҙҙы ауыҙлыҡларға тырышығыҙ. Көсөгөҙгә ышанма­һағыҙ, ахырын күҙаллай алмаған эш-ғәмәлдәргә тотонмау хәйерле.

 

БУҒА

Аҙна тыныс үтер, тик үҙ ба­шығыҙға мажаралар эҙләмәгеҙ. Ай уртаһында тыуғандарға һау­лығын хәстәрләргә тура килер, моғайын. 

 

ИГЕҘӘКТӘР

Яҡшы аҙна башлана. Тыныс күңел менән яңы эшкә тотона алаһығыҙ, бөтә мәсьәләләр еңел хәл ителер. Күптән алған буры­сығыҙҙы ҡайтара алмай йонсоһағыҙ, әле уны түләү мөмкинлеге тыуыр.

 

ҠЫҪАЛА

Тейешле мәлдә эш урынында булһағыҙ, үҙегеҙҙе һуңғы арала ныҡ борсоған проблеманы хәл итерһегеҙ. Был арала йондоҙҙар мөхәббәттә лә, эштә лә уңыш вәғәҙә итә.

 

АРЫҪЛАН

Был аҙнала иң борсоғаны хеҙмәттәшлек өлкәһе булыр, моғайын. Мөһим килешеү төҙөр­һөгөҙ, өҫтәмә аҡса, табыш алыу буйынса йәшерен кәңәшмәләрҙә лә ҡатна­шырһығыҙ.

 

ҠЫҘ

Кәйефегеҙ тотороҡһоҙ булыр. Осорҙо тыныс ҡына, мөмкин тиклем яңғыҙ үткәрегеҙ. Август аҙағында тыуғандарға аҡсаһын һаҡлап тотонорға кәңәш ителә, тиҙҙән мул сығым күҙаллана.

 

ҮЛСӘҮ

Йәмғиәттәге социаль хәле­геҙҙең үҙгәреүен һиҙерһегеҙ. Сәфәр ҡылырға тура килер, унан ыңғай тәьҫорат ҡалыр. Ошо арала танышҡан кеше ауыр мәлдә ярҙам итер.

 

САЯН

Әүҙем ижади осор башлана. Эске тойомлауығыҙ әле бик көслө. Эштәге мәсьәләләр еңел хәл ителер, маҡсатығыҙға еңел генә өлгәшерһегеҙ. Ҙур ғына әйбер һатып алып ҡыуанырһығыҙ.

 

УҠСЫ

Үҙ мәнфәғәтегеҙ төп урынға сығыр. Әле сәйәхәт итеү, аралашыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай осор. Бер генә кәңәш – сит кешеләргә ышанмағыҙ. Аҙна аҙағында әйбер һатып алғанда отолоу хәүефе бар.

 

ЫЛАҠ

Ниһайәт, теләгәнегеҙгә өлгә­шерһегеҙ, күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Һеҙ быға бик оҙаҡ барҙығыҙ, һәм әле уңыш йыйырға ваҡыт. Эргәгеҙҙә абруйлы кеше барлыҡҡа килер.

 

ҺЫУҒОЯР

Белем алыу, тәжрибә туплау өсөн ҡулай аҙна. Гүзәл заттар мөһим кешене осратыр. Көслө заттарҙы иһә шәхси тормошта үҙгәрештәр көтә. Төҫ-башығыҙға, һаулығығыҙға иғтибарҙы арттырығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Вазифала үрләтеүҙәре, аралашыу даирәһенең үҙгәреүе ихтимал, шуға күрә тәҡдимдәрҙән, яңы танышыуҙарҙан, сәфәр ҡылыуҙан баш тартмағыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ – шишәмбе.

Читайте нас