Матур үтһен ялығыҙ
14 Ноябрь 2022, 09:15

Асҡында өмәләр гөрләп үтә!

Ҡаҙ үҫтергән хужаларға ла, башҡорт халыҡ йолаларын тергеҙгән хеҙмәттәштәренә лә “афарин!” тиергә генә ҡала.

Асҡында өмәләр гөрләп үтә!Асҡында өмәләр гөрләп үтә!
Асҡында өмәләр гөрләп үтә!

Асҡын районының 2-се урта мәктәбе уҡытыусылары  эшләргә лә, байрамдар ойошторорға ла белә.Был юлы улар бөтә ауыл халҡы өсөн өлгө булырлыҡ  күңелле хеҙмәт байрамы –“Ҡаҙ өмәһе” ойошторҙо.  Ә ҡаҙҙарҙы йәй буйына тәрбиәләп һимерткән  йорт хужалары кемдәр һуң?

 Любида һәм Динар  Әхмәтдиновтарҙың уңған, булдыҡлы ғаиләһе ауылда маҡтаулылар рәтендә. Уларға ярҙамға йыйылған ҡатын-ҡыҙ бөтә халыҡ йолаларын теүәл үтәп, йырҙар йырлап ҡаҙҙарҙы йолҡоп,  һыу буйына барып сайҡатып ҡайтҡандан һуң  байрамды мул табын артында дауам итте, хужаларға именлек, байлыҡ-муллыҡ теләп хушлашты.  Ҡаҙ үҫтергән хужаларға ла, башҡорт халыҡ йолаларын тергеҙгән хеҙмәттәштәренә  лә “афарин!” тиергә генә ҡала.

Фото: “Аскинская новь” гәзите.

Асҡында өмәләр гөрләп үтә!
Асҡында өмәләр гөрләп үтә!
Асҡында өмәләр гөрләп үтә!
Асҡында өмәләр гөрләп үтә!
Асҡында өмәләр гөрләп үтә!
Асҡында өмәләр гөрләп үтә!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас