

ҠУҘЫ
Аҙна уңышлы булмаҡсы. Һеҙҙең өсөн уның девизы – “Ваҡыт етте, йоҡлап ятма”, шуға күрә мөмкинлектән файҙаланып, барлыҡ мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеп ҡалырға кәңәш ителә. Иң уңышлы көндәр – кесаҙна, йома.
БУҒА
Аралашҡанда итәғәтле булығыҙ, юғиһә бәләкәй генә бәхәстән ҙур янъял сығыуы ихтимал. Ошо арала етәкселек менән мөһим осрашыу булыр, моғайын. Ул һеҙҙән яңы тәҡдимдәр көтә.
ИГЕҘӘКТӘР
Дуҫтар менән кисәләргә, клубтарға бармай тороғоҙ. Улар менән һүҙгә килеүегеҙ, низағлашыуығыҙ ихтимал. Шулай уҡ сит кешеләргә ғаиләгеҙҙәге проблемалар тураһында ла һөйләмәгеҙ, улар яҡшы кәңәш бирмәҫ.
ҠЫҪАЛА
Һөнәри өлкәлә мөһим ҡарарға килеү осоро. Эшмәкәрлек өлкәһен алмаштырыу, үҙ эшеңде асыу мөмкинлеге бар. Һуңғы аралағы тырышлығығыҙ һөҙөмтә бирер. Ҙур сараға саҡырһалар, баш тартмағыҙ, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырһығыҙ.
АРЫҪЛАН
Һәр йәһәттән тәүәккәл булһағыҙ, көтөлмәгән мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итерһегеҙ. Сауҙа өлкәһендә эшләгәндәр уңышҡа өлгәшер. Сәфәр сығыуығыҙ ихтимал. Аҙна аҙағында яңы проекттарға тотонмай тороғоҙ.
ҠЫҘ
Һеҙҙе ҡыҙыҡлы танышыу көтә. Ул киләсәгегеҙгә йоғонто яһар. Проблемаларҙы хәл итегеҙ, файҙалы бәйләнештәр булдырығыҙ. Коммерция өлкәһендә әүҙемлек күрһәтегеҙ. Элегерәк ҡатмарлы тойолған эш әле еңел генә башҡарылыр.
ҮЛСӘҮ
Был аҙнала килешеүҙәр төҙөргә, ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән ҡыйыу эш итергә мөмкин. Яҡындарығыҙ менән аралар бер аҙ киҫкенләшеүе ихтимал, яуаплыраҡ булығыҙ. Ауыр мәлдә эске тойомлауға ҡолаҡ һалығыҙ. Физик күнекмәләрҙе кисектереп тороғоҙ.
САЯН
Һөнәри өлкәлә эшлекле осрашыуҙар уңыш килтерер. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртып, ниәтегеҙҙе тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Был арала әйтелгән һүҙегеҙ йәки башҡарған эшегеҙ яҡын киләсәгегеҙҙе билдәләр.
УҠСЫ
Күңелегеҙҙең иләҫ-миләҫ килгән сағы. Күңел асырға, сағыу тәьҫораттар алырға ынтылырһығыҙ. Йондоҙҙар хис-тойғоларҙы “ауыҙлыҡларға” кәңәш итә. Айырыуса ҡомарлы уйындарҙан баш тартығыҙ, юғиһә аҡсағыҙҙы юғалтырһығыҙ.
ЫЛАҠ
Һуңғы арала борсоған мәсьәләне яйға һалыу мөмкинлеге тыуыр. Һөнәри эшмәкәрлектә хеҙмәттәштәрегеҙгә йөкмәтелгән бурыстарға ҡыҫылырға юл ҡуймағыҙ. Эргәгеҙҙәге кешеләргә иғтибар итегеҙ, уларҙың барыһы ла һеҙгә яҡшылыҡ теләйме икән?
ҺЫУҒОЯР
Бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылырһығыҙ. Сит-яттарға серҙәрегеҙҙе һөйләмәгеҙ, алдаҡсылар тоҙағына эләгерһегеҙ. Ошо арала үҙегеҙ тураһында имеш-мимеш ишетеүегеҙ бар, күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ.
БАЛЫҠ
Ҡорған планығыҙҙың был аҙнала тормошҡа ашмауы ла ихтимал. Борсолмағыҙ, тимәк, әле бының өсөн ваҡыт етмәгән. Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда аҡса мәсьәләһен күтәрмәгеҙ.