Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
25 Ноябрь 2022, 17:31

ЙОНДОҘНАМӘ (28 ноябрь – 4 декабрь)

9111.ru
Фото:9111.ru

 ҠУҘЫ

Һөҙөмтәле осор етә. Төп бурыс – рухи һәм матди ҡиммәттәр туплау. Эргәгеҙҙә яңы кешеләр хасил булыр. Тормошта артыҡ күренгән нәмәләрҙән ҡотолоу яғын ҡарағыҙ. Артыҡ күп аша­маҫҡа тырышығыҙ, хроник сирҙәр ҡуҙғыуы ихтимал.

 

БУҒА

Аҙна үҙенсәлекле үтер. Айырыуса гүзәл заттар иғтибар үҙәгендә булыр. Көслө заттарға иһә йондоҙҙар ҡыҙыҡлы осрашыу һәм табыш вәғәҙә итә. Эштә бер аҙ тотҡарлыҡ йәки күсемһеҙ милеккә бәйле сетерекле хәл тыуыу хәүефе бар.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Нимәгә генә тотонһағыҙ ҙа, ҡулығыҙҙан килер. Был һөнәри эшмәкәрлеккә лә, шәхси тормошҡа ла ҡағыла. Үҙегеҙҙе яңы өлкәлә һынап ҡарай алаһығыҙ. Ҙур ғына әйбер һатып алып йәки сәфәр ҡылып ҡыуанырһығыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Башланғыстар осоро. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы күңелле ваҡиғалар көтә. Көслө заттарға кәңәш: юҡ-барға көйә­ләнмәгеҙ. Тәү ҡарашҡа мөһим күренгән эш уңышлы булмаһа, борсолмағыҙ. Глобаль күҙлектән, ул бер ниндәй ҙә файҙа килтермәҫ.

 

АРЫҪЛАН

Уй-ниәттәрҙең тиҙ арала бойомға ашҡан осоро. Тик һәр ғәмәлде алдан күҙалларға кәрәк. Ваҡ-төйәк күңел­һеҙ­лектәргә иғтибар итмәгеҙ. Ошо арала төштә күргәндең ысынбарлыҡта тормошҡа ашыуы мөмкин.

 

ҠЫҘ

Бер аҙ талсығыу тойорһоғоҙ, шуға күрә әллә ни ҙур план ҡормағыҙ. Бө­тә көсөгөҙҙө эске гармонияға йүнәл­тегеҙ. Аҙна аҙағында ҡыҙыҡлы осрашыу булыр, моғайын. Һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Байтаҡ эш башҡарырһығыҙ, яңы мәғ­лүмәтте һөҙөмтәле үҙләштерер­һегеҙ. Яҡындарығыҙ менән күрешеү кинәнес килтерер. Эшлекле тәҡдимдең романтик мөнәсәбәттәргә күсеүе ихтимал.

 

САЯН

Яҡындарығыҙ менән аралар бо­ҙол­маһын тиһәгеҙ, һүҙегеҙҙе “үлсәп” һөйләгеҙ. Уйланылмаған ғәмәлдәр­ҙән баш тартығыҙ, юғиһә киләсәктә оятҡа ҡалырһығыҙ. Яңы эшлекле бәйләнештәр эҙләү уңышлы булыр.

 

УҠСЫ

Бер аҙ ял итеп алырға ваҡыт. Әлегә тиклем һеҙ бик көсөргәнешле эшләнегеҙ, һаулығығыҙҙы нығы­тығыҙ. Мөмкинлек булһа, шифаханаға юлла­нығыҙ. Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләне ашыҡ­тырмағыҙ.

 

ЫЛАҠ

Мөһим килешеү, һөйләшеүҙәрҙә аҡылығыҙға таянығыҙ, эске тойом­лауығыҙ ярҙам итмәҫ. Шәхси тормошта яҡшы үҙгәрештәр булыр, был айырыуса яңғыҙҙарға ҡағыла. Иҫке танышығыҙҙы осратыуығыҙ бар.

 

ҺЫУҒОЯР

Өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы билдәләү осоро етә. Өйҙә лә, эштә лә бәхәсле хәлдәр тыуыуы ихтимал. Һаҡ булығыҙ һәм иңегеҙгә артыҡ ҙур яуаплылыҡ алмағыҙ. Бурысығыҙ булһа, уны тиҙ арала түләү яғын ҡарағыҙ.

 

БАЛЫҠ

Киләсәккә булған уй-ниәтегеҙҙе тормошҡа ашыра башларға ваҡыт. Әле бының өсөн бик уңышлы мәл. Эргәгеҙҙә ярҙам итерлек кешеләр бар. Тик хәбәрҙе уйлап һөйләгеҙ, һаҡһыҙ әйтелгән бер һүҙҙең ҙур бәхәскә килтереүе мөмкин.

Читайте нас: