Ишембайҙан йәнә бер аш-һыу оҫтаһы “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән туҡлыҡлы ла, тәмле лә ризығының рецебы менән бүлеште.
Ишәй ауылынан Рузалиә апай Ниғмәтуллина балалары ялға ҡайтыуға ошондай ризыҡ бешереп ҡуйған. Ҡарап тороуға күҙ ҡыҙҙырырыҡ та, тәмле лә тултырылған ҡабаҡты әҙерләү сере бармы?
"Ҡабаҡты һабағы эргәһенән ҡул һыймалы итеп уябыҙ. Эсендәге орлоғон ҡалаҡ менән ҡырып алабыҙ. Эслегенә шаҡмаҡлап бәрәңге, үткәрелгән һыйыр ите, ике баш һуған, тоҙ, ҡара борос һалабыҙ ҙа баҫабыҙ. Ошо эслекте ҡабаҡтың эсенә тултырабыҙ, бер стакан һыу һалып, уйып асҡан ҡапҡасты ябабыҙ. Ҡабаҡты ҡурғашҡа төрөп духовкаға ҡуябыҙ. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы утта ике-өс сәғәт бешерәбеҙ", - тип һөйләне Рузалиә апай.
Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ҡабаҡтарығыҙҙы алығыҙ ҙа, эшкә тотонайыҡ. Матур ялдар һәм тәмле аштар теләйбеҙ барығыҙға ла!
Фото Рузалиә Ниғмәтуллинаның архивынан.