-10 °С
Ясна
Был ҡабымлыҡты әҙерләү өсөн эремсекле сыр, ҡыҙыл икра, һөйәкһеҙ ҡара зәйтүн емеше (маслина) кәрәк.
Әҙерләү:
Башта ҡоймаҡ бешерәбеҙ. Уға эремсекле сыр һөртәбеҙ ҙә рулет формаһында төрөп, дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Өҫтөнә ҡыҙыл икра һалып, маслина киҫәктәре менән биҙәйбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: povarenok.ru