ҠУҘЫ
Мөһим ваҡиғаларға бай аҙна. Уның тәүге яртыһында вәғәҙә бирмәү, иңегеҙгә үтәй алмаҫлыҡ бурыстар алмау хәйерле. Шулай уҡ кеше һүҙенә лә ышанып бармағыҙ. Кесаҙнаға ҡарай аралашыуға ихтыяж артыр. Яңы таныштарығыҙ мөһим мәсьәләлә ярҙам итер.
БУҒА
Һөнәри эшмәкәрлеккә бәйле сәфәргә сығыуығыҙ бар. Осор башында аҡса мәсьәләһе төп иғтибарҙы яулар, көтмәгәндә нимәгәлер аҡса кәрәк булыр. Аҙна аҙағында яҡындарығыҙҙан ниндәйҙер яңылыҡ ишетерһегеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Матди мәсьәләләр менән шөғөлләнерһегеҙ. Ғаиләлә әйбер һатып алыуға бәйле бәхәс тыуыуы ихтимал. Йомаға ҡарай көнкүреш-хужалыҡ мәшәҡәттәре артып китер.
ҠЫҪАЛА
Дүшәмбе, шишәмбе һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ. Ял көнөндә һөйгәнегеҙ менән планлаштырылған осрашыуҙың булмауы ихтимал. Ғаиләле ҡыҫалаларға балаларына иғтибарҙы арттырырға кәңәш ителә.
АРЫҪЛАН
Социаль статусығыҙҙың һәм финанс хәлегеҙҙең яҡшырыуы күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта таныштарығыҙ араһында көнсөлдәр юҡ түгел. Барыһы менән дә ихлас мөғәмәләлә булһағыҙ, берәү ҙә дәрәжәгеҙгә тап төшөрә алмаҫ.
ҠЫҘ
Яңы эш башламай тороғоҙ, төҫ-башығыҙҙы үҙгәртеү ғәмәлдәрен, шулай уҡ сәйәхәт итеүҙе лә кисектереп тороу хәйерле. Был аҙнаны һәүетемсә генә үткәрегеҙ. Алда һеҙҙе ҙур үҙгәрештәр көтә. Осор һөйләшеүҙәр өсөн уңайлы.
ҮЛСӘҮ
Эшмәкәрлек өлкәһен алмаштырыу өсөн ҡулай мәл. Ижад менән шөғөлләнегеҙ. Эшлекле бәйләнештәр табыш килтерер. Мөнәсәбәттәрҙә эске тойомлауға таянһағыҙ, барыһы ла ал да гөл булыр.
САЯН
Үтәй торған бурыстар исемлеге көтмәгәндә артып китер, ләкин уларға тотонорға ашыҡмағыҙ, ҡайһы бер мәсьәләләр үҙенән-үҙе хәл ителер. Иң яҡшыһы һөйгән йәрегеҙгә иғтибарҙы арттырығыҙ.
УҠСЫ
Хис-тойғоларҙың ташып торған мәле. Ошо арала ғүмерлек юлдашығыҙҙы осратыуығыҙ бар. Тик артыҡ ныҡ ныҡышмал булмағыҙ, әрһеҙлегегеҙ менән һөйгәнегеҙҙе ситкә этәреүегеҙ ихтимал.
ЫЛАҠ
Аҙна башында күләмле эшкә аҡса һалырға йәки ҡиммәтле әйбер һатып алырға тәҡдим итерҙәр. Һөйләшеүҙәр уңышлы үтер, маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта аҙна уртаһында ҙур әйбер һатып алмағыҙ, үкенерһегеҙ.
ҺЫУҒОЯР
Шәхси бойондороҡһоҙлоҡ темаһы алғы планға сығыр. Яҡындарығыҙ менән низағ сыҡмаһын тиһәгеҙ, шишәмбе күңел асыу кисәһенән баш тартығыҙ. Ял көндәрендә юлда тәртип боҙмаҫҡа тырышығыҙ.
БАЛЫҠ
Етәкселеккә еткергән тәҡдимегеҙ хуплау табыр. Яңы эш табыу өсөн ҡулай мәл. Йондоҙҙар өҫтөнлөклө маҡсаттарығыҙҙы аныҡ билдәләп, уларға өлгәшеү юлын эҙләргә кәңәш итә.