Берәү ҙә белеп тыумай, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Журналист Рәйлә Күсемханованың түбәндәге яҙмаһы һәр кемде уйландырып та, бер аҙ көлдөрөп тә алыр.
"Алда шәмбе, йәкшәмбе... Көн дә ҡулай тора, ялда күптәрегеҙ һуғым һуя, ҡаҙы, тултырма тултыра торғандыр. Үҙемде үҙем ҡаҙы оҫтаһы тип "таныусы" булараҡ, бынау яҙмамды ике йылдан һуң яңынан иҫемә төшөрҙөм әле.
Ҡаҙыны тәмле итеп эшләргә өйрәнеүемдең үҙенә күрә бер тарихы бар. Йәш кенә саҡта һуғымға тәүге тапҡыр йылҡы һуйҙыҡ. Йылҡы һынлы йылҡы һуй ҙа, нисек ҡаҙы тултырмаҫһың! Шулай ҙа был ғүмерҙә лә күргән-белгән эшем түгел. Йә һорашырлыҡ кеше юҡ. Күрше-күлән барыһы ла йәштәр, был эштә берәүҙең дә тәжрибәһе юҡ.
Уйлай торғас, һигеҙ подъездлы туғыҙ ҡатлы йортта бер бөртөк олораҡ апай йәшәгәне иҫемә төштө. Исемен белмәһәм дә, һаулыҡ һорашып йөрөйбөҙ былай. Фатирын да, телефонын да белмәгәс, бала менән тышҡа сығып бының кис эштән ҡайтыуын көтәм. Арыу уҡ коляска этеп йөрөгәндән һуң, көтөп алдым үҙен...
- Апай, һаумыһығыҙ, һеҙ ҡаҙы эшләй белмәйһегеҙме? - тип һорайым.
- Ой, балаҡайым, ҡаҙыны минең кеүек республикала берәү ҙә эшләй белмәй!
Эстән генә: "Ыста-а-а, ҡайһылай үҙ оҫталығына ышанысы көслө был апайҙың", - тип аптырап ҡуйҙым. Шулай ҙа ғәжәпләнеүемде йәшереп: 'Белһәгеҙ, миңә инеп күрһәтеп кенә бирә алмаҫһығыҙмы икән?" - тим. Апай ит менән ҡаҙылыҡты оҙонсалай ҡырҡып, эсәктәр, еп, ике ҡап тоҙ әҙерләп, күп итеп һарымһаҡ әрсеп ҡуйырға ҡушты. Ул тиклем тоҙ әсе булмаҫмы икән ни тип магазинға йүнәлдем. Кү-ү-үп итеп кәрәк буласаҡ һарымһаҡҡа ла шикләнәм.
Апай әйткән ваҡытына инде... Бәләкәй баланы атаһы менән бүлмәгә бикләп, икәүләп төн уртаһына тиклем тәгәрмәс-тәгәрмәс ҡаҙы тултырҙыҡ шулай. Күрһәтеп кенә бирегеҙ тиһәм дә, эшләшеп бөтөп үк ҡуйҙы ҡаҙы оҫтаһы булып сыҡҡан күршем.
Бына шулай... Бәлки, бөтә нәмә ҡулымдан да килмәйҙер... Әммә мин шул көндән ҡаҙыны хә-ә-тәр тәмле итеп тултырырға өйрәндем! Хәҙер үҙем шул апай ише "Ҡаҙыны минең кеүек республикала берәү ҙә эшләмәй!" тип шаяртам да... үҙемде үҙем шулай маҡтауыма хатта үҙем ышанып ҡуям... Ысынлап...
Берүк был яҙманы уҡып, мине өмәгә саҡырырға кәрәк тип уйлай күрмәгеҙ. Өмәгә йөрөмәйем, ваҡытым юҡ. Әммә ҡаҙы эшләй белмәгән кешегә эксклюзив рәүештә өйрәтә алам. Вәт!" - тип үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
Әйткәндәй, ә һеҙгә ҡаҙы эшләргә кем өйрәтте? Үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм текст сығанағы: Рәйлә Күсемханова.