Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
3 Декабрь 2022, 09:00

Иң оҙон һырғалаҡҡа килегеҙ!

Ҡайһы берәүҙәргә унда инеү бушлай. Кемдәргә икәнен сайтта уҡығыҙ.

Иң оҙон һырғалаҡҡа килегеҙ!
Иң оҙон һырғалаҡҡа килегеҙ!

Баш ҡалала былтырғы урынында - "Торатау" конгресс-холынан түбәндә Ағиҙел яры буйлап иң оҙон һырғалаҡты тапшырырға әҙерләнәләр. Уның оҙонлоғо - бер километрҙан ашыу, боҙ менән ҡапланған дөйөм майҙаны - 12500 квадрат метр.

Бында конькиҙа шыуырға килеүселәр өсөн кейем алмаштырыу һәм аяҡ кейеме һаҡлау өсөн ике йылы бина эшләйәсәк, прокатҡа коньки алыу ойошторола. Кис төҫлө иллюминация ҡабыҙыла һәм күңелле йыр-моң яңғырап торасаҡ.

Үҙҙәренең конькиһы менән килеүселәргә һырғалаҡҡа инеү түләүһеҙ. Әлегә эш графигы тураһында мәғлүмәт юҡ.

Оҙайлы байрам һәм каникул көндәрендә һырғалаҡ баш ҡала халҡы өсөн күңелле ял итеү урынына әүерелер тип ышанғы килә.

Фото:rb7.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: