-10 °С
Болотло
Иң тәмле тултырманы ҡайҙа яһайҙар? Әлбиттә, Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында! Сөнки бында тултырманы боронғоса, өмә йыйып, балта менән сабып эшләйҙәр! Эйе, үпкә, бауыр, йөрәк, эс майын ит турағыс аша түгел, балта менән ваҡ ҡына итеп турап эсәктәргә тултыра улар.
Әйткәндәй, күптәр ит турағыс аша үткәреп эшләнгән тултырма менән сабып эшләнгәненең тәме башҡа булыуын, һуңғыһының тәмлерәк килеп сығыуын билдәләй.
Ә һеҙҙең яҡта тултырманы нисек эшләйҙәр?
Сығанаҡ һәм фото: “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите.