Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
8 Декабрь 2022, 13:00

Яңы йылға Ҡуян салаты

Байрамға салаттарҙы яңыртырға ваҡыт етте. Рәхим итеп, яңы ризыҡ рецебын яҙып алығыҙ.  

Яңы йылға Ҡуян салаты
Яңы йылға Ҡуян салаты

Бының өсөн беҙгә 160 грамм тауыҡ ите, тәмләткестәр, тоҙ, йомортҡа, маринадланған ҡыяр, татлы борос, ҡаты сыр, майонез кәрәк була. Биҙәр өсөн бер кишер, өс зәйтүн емеше кәрәк.

Әҙерләү: башта тауыҡ итенә тоҙ, тәмләткестәр һөртөп фольгаға урайбыҙ. Духовканы 180 градусҡа тоҡандырып 25 минут бешереп, һыуытабыҙ. Табала ҡыҙҙырып алһаҡ та була. Ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Йомортҡаны бешереп йомортҡаның ике ағын, әҙерәк һарыһын ҡалдырабыҙ ҙа ҡалғанын ваҡлайбыҙ. Ҡыярҙы ла шаҡмаҡлап турайбыҙ. Татлы боростоң эсен, төбөн алып киҫкеләйбеҙ.

Артабан тәрилкәгә башта тауыҡ итен ҡуян формаһында һалабыҙ. Майонез буяйбыҙ. Булған ингредиенттарҙы ҡатлап һалабыҙ: йомортҡа, татлы борос, ҡырылған кишер, һәр береһенең араһына майонез һылайбыҙ.

Йомортҡаның ағын ҡырып, салаттың иң өҫтөнә һибәбеҙ. Шунан биҙәйбеҙ. Ҡолаҡтарын кишер киҫәктәренән, зәйтүн емешенән күҙҙәр, танау, татлы боростан ауыҙ эшләйбеҙ, йомортҡаның һарыһын һибәбеҙ.

Салатыбыҙ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: ideireceptov.ru

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: