Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
9 Декабрь 2022, 08:45

Яңы йылға буҙа эшләйек!

Рецепты ғүмер буйы буҙа эшләп, инде күҙен йомған килеш тә телеңде йоторлоҡ итеп милли эсемлек эшләгән инәй бирҙе. Тик бер әтнәкәһе бар...

Яңы йылға буҙа эшләйек!
Яңы йылға буҙа эшләйек!

Һеҙҙең иғтибарға билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның сәхифәһенән буҙа рецепты тәҡдим итәбеҙ. Тик был рецептың бер әтнәкәһе бар, яҙылғандан тайпылмайынса эшләргә кәрәк, йәғни, импровизация ҡабул ителмәй.

3 литрлык һыуыҡ һыуға 0,7 литрлык банка менан "Геркулес" һалып, 5-10 минут ултыртып ҡуйырға. Талғын утҡа ҡуйып, бер сәғәт ҡайнатырға. Бер ҡалаҡ аҡ май һалырға, бер туҡтауһыҙ болғатып торорға. Бер сәғәт үткәс, килеп сыҡҡан кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша төйөрҙәрен һөҙөп алырға һәм ултыртып ҡуйып һыуытырға. (Сифатлы булһын тиһәгеҙ, һыуытыу мотлаҡ!)

Һыуынған массаға 1-2 стакан магазинда һатылған ҡымыҙ һәм 1 стакан шәкәр ҡомо (рафинад булһа ла ярай) өҫтәргә. Ҡымыҙ өҫтәлгәс, йылы урынға төрөп кенә ултыртып ҡуйырға һәм тағы бер генә көн көтөргә. Түҙемле булһағыҙ, башҡорт халыҡ эсемлеге – телде йоторлоҡ буҙа әҙер тигән һүҙ. Әйткәндәй, икенсе тапҡыр эшләгән саҡта, ошо буҙанан бер стакан әсетке (баш) ҡалдырығыҙ. “Ул саҡта икенсе буҙа тағы ла шәберак була”, - ти буҙа эшлау оҫталары. Рецепты ғүмер буйы буҙа эшләп, инде күҙен йомған килеш тә телеңде йоторлоҡ итеп эшләүсе инәй бирҙе.

Фото: vk.com/buza_bashkirskaya

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: