ҠУҘЫ
Уйланылмаған эш-ғәмәл ҡылмаҫҡа тырышығыҙ. Бәхәсле мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү өсөн аҙнаның тәүге көндәрен файҙаланығыҙ. Эске һиҙемләүегеҙгә иғтибар итегеҙ, буш вәғәҙәләр бирмәгеҙ.
БУҒА
Тормошта тотҡан урынығыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн көрәш мәле. Һәр йәһәттән үҙгәреш, яңылыҡ индереү зарурлығы тыуыр. Аҙнаның тәүге өс көнөндә уңыш йылмайыр. Һөҙөмтәләр тырышлыҡҡа, ныҡышмалылыҡҡа бәйле.
ИГЕҘӘКТӘР
Мөхәббәт утында янырһығыҙ, моғайын. Тик ысын һөйөүҙе ябай мауығыуҙан айырырлыҡ көс тапһағыҙ ине. Аҙнаның аҙағы ижади йәһәттән һөҙөмтәле булмаҡсы. Оҙайлы һәм уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн дә ҡулай осор.
ҠЫҪАЛА
Мөхәббәт өлкәһендә уңыштар көтә. Ижади хеҙмәт өсөн дә уңайлы осор. Мәл асыштар, танышлыҡтар, ҡыҙыҡлы сәфәрҙәр өсөн ҡулай. Тормошоғоҙға үҙгәреш индерергә тырышығыҙ. Киләсәккә ҙур килешеүҙәр төҙөргә мөмкин. Аҙна уртаһында ял итеп алырға кәрәк.
АРЫҪЛАН
Шәхси мөнәсәбәттәрҙә хаҡлы булыуығыҙҙы иҫбатларға тура килер. Көрәш, хәүеф менән һуғарылған мәшәҡәтле аҙна. Дүшәмбе һәм шаршамбы юлда, кеше менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә мөмкин.
ҠЫҘ
Аҙна шәхси мөнәсәбәттәр йәһәтенән уңышлы булмаҡсы, тик никахҡа инмәҫкә, вәғәҙәләр бирмәҫкә кәңәш ителә, сөнки хәлдең ҡырҡа үҙгәреүе ихтимал. Эш урынында ҙур килем алыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә бер аҙ ял итергә мөмкин.
ҮЛСӘҮ
Ихтыяждарҙы ауыҙлыҡлап, ҡайышты ҡыҫыбыраҡ быуырға тура килер, моғайын. Көсөргәнешле эш көтә. Юҡ-бар мәсьәләләргә иғтибар итмәҫкә, бурысҡа алмаҫҡа тырышығыҙ. Ғаилә, өй һәм эш – был аҙнала һеҙҙең өсөн беренсе урында.
САЯН
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе нығытһағыҙ, уңышҡа өлгәшерһегеҙ, абруйығыҙ артыр. Ғаиләләге хәлдәр әле эш урынындағы ваҡиғаларға туранан-тура бәйле. Шуға күрә низағҡа юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ.
УҠСЫ
Яҡындарығыҙ, етәкселек менән арағыҙ боҙолмаһын тиһәгеҙ, түҙем, сабыр булығыҙ, хис-тойғоларығыҙҙы ауыҙлыҡларға тырышығыҙ. Осор айыҡ аҡыл, зиһен теүәллеге талап итә.
ЫЛАҠ
Һәр йәһәттән уңыш йылмайыр. Тормошто үҙгәртеүҙән ҡурҡмағыҙ – бик ҡулай мәл. Аҡса мәсьәләһендәге ҡыйынлыҡтар кәйефегеҙҙе төшөрмәһен. Эшлекле бәйләнештәр булдырырға, килешеүҙәр төҙөргә кәңәш ителә.
ҺЫУҒОЯР
Әлегә тиклем һеҙгә бик күп эшләргә тура килде. Хәҙер ошо хеҙмәттең уңышын йыйырға ваҡыт. Йәмғиәттә абруйығыҙ артыр, мөхәббәт өлкәһендә лә күңелле хәлдәр көтөлә. Бөтә мөмкинлектәрҙән файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ.
БАЛЫҠ
Танышлыҡтар, осрашыуҙар өсөн бик тә ҡулай мәл. Сит кешеләрҙең ылыҡтырғыс тәҡдимдәренән баш тартырға кәңәш ителә. Аҙнаны әүҙем үткәрһәгеҙ, һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандырыр.