ҠУҘЫ
Аҙна башында аралашыуҙарҙа һаҡ булығыҙ, осраҡлы кешеләргә шәхси тормошоғоҙ, киләсәккә пландарығыҙ хаҡында һөйләмәгеҙ. Әйткән һүҙегеҙҙе үҙегеҙгә ҡаршы файҙаланыуҙары ихтимал. Кесе йома етәкселек яғынан хуплау ишетерһегеҙ. Ҡыҙыҡлы кеше менән танышыуығыҙ мөмкин.
БУҒА
Осор башында матди мәсьәләләр иғтибарығыҙҙы яулар. Хәлегеҙ аҙна уртаһында яҡшырыр, мул ғына аҡса килер. Әммә байрам тип, уны бушҡа сарыф итмәй тороғоҙ. Дуҫтарығыҙ ҡунаҡҡа саҡырыр, моғайын. Баш тартмағыҙ, ниндәйҙер яңылыҡ ишетерһегеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Никахтағыларға телен тыйырға кәңәш ителә. Юғиһә, кәйефегеҙ оҙаҡҡа боҙолор. Аҙна уртаһында күптән борсоған мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителер. Бында яҡын дуҫығыҙҙың йоғонтоһо ҙур булыр. Табипҡа күренеү, косметик саралар өсөн ҡулай осор.
ҠЫҪАЛА
Осор башында тормошоғоҙҙа сикләүҙәр артҡандай тойорһоғоҙ. Сирләү хәүефе юғары. Ҡайһы берәүҙәр башҡаларға биргән вәғәҙәһен үтәй алмай йонсор. Һынауҙарҙы кесе йомаға ҡарай еңеп сығырһығыҙ.
АРЫҪЛАН
Оҙайлы пландар тыуыуы ихтимал. Улар эш стилен дә, кимәлен дә үҙгәртер. Мул ғына килем алырлыҡ уртаҡ проектта ҡатнашырға тәҡдим итеүҙәре бар. Сит кешеләрҙең кәңәшен тотмағыҙ, үҙаллы ҡарар ҡабул итегеҙ.
ҠЫҘ
Күптәнге мәсьәләләр әленән-әле үҙҙәрен һиҙҙерер. Хис тойғоға таянып, киҫкен ҡарарға килмәгеҙ, әүҙемлекте бер аҙ кәметеп тороғоҙ. Аҙнаның тәүге яртыһында эшлекле осрашыуҙарҙы кисектерергә кәңәш ителә. Ҙур ғына сығым булыр, моғайын.
ҮЛСӘҮ
Көс-ҡеүәтегеҙҙең артыуын тойорһоғоҙ. Ижади һөнәр эйәләре өсөн киң мөмкинлектәр асылыр. Йүнселдәр уңыр. Гүзәл заттарҙы романтик осрашыу көтә. Күптәргә яңы аҡса сығанағы асылыр.
САЯН
Киләсәккә план ҡормай тороғоҙ, барыһы ла кинәт үҙгәреп китеүе бар. Аҙна башында матди мәсьәләләр иғтибарҙы йәлеп итер. Шаршамбынан һуң аҡса проблемаһы хәл ителер. Күптән хыялланған әйберҙе һатып алыу күңелегеҙҙе күтәрер. Осор аҙағында сәйәхәткә саҡырыуҙары ихтимал.
УҠСЫ
Осрашыуҙарға бай аҙна. Күсемһеҙ милеккә бәйле ғәмәлдәр уңышлы булыр. Йондоҙҙар ижади һөнәр эйәләренә өҫтөнлөк бирер. Аҙнаның девизы – һөйөү, тыныслыҡ, гармония. Һөйгән йәрегеҙгә күберәк иғтибар бирергә тырышығыҙ.
ЫЛАҠ
Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ, һалҡын алдырыу хәүефе юғары. Осор аҙағында яҡындарығыҙҙан ҡыуаныслы хәбәр ишетерһегеҙ. Үҙенсәлекле кеше менән танышырһығыҙ, моғайын. Артабанғы тормошоғоҙға уның йоғонтоһо ҙур булыр.
ҺЫУҒОЯР
Эшмәкәрлек өлкәһен алмаштырыу, яңы партнерҙар табыу, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу өсөн ҡулай мәл. Һәләтегеҙҙе күрһәтергә мөмкинлек тыуыр. Коммерция тәҡдимдәрен үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙаланып ҡалығыҙ.
БАЛЫҠ
Алдығыҙға ғәйәт ҙур маҡсат ҡуйып, хәлегеҙ булмаһа ла уға өлгәшергә тырышырһығыҙ. Көсөгөҙҙө дөрөҫ баһалағыҙ. Аҙна уртаһында юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре йәки эш хаҡын арттырыуҙары мөмкин.