ҠУҘЫ
Йондоҙҙар һеҙгә баш-баштаҡланмаҫҡа, һәр эшкә ашыҡмай, ныҡлы уйлап тотонорға кәңәш итә. Башҡалар үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡлағанда ситтән генә күҙәтеү хәйерле. Кәрәкмәгән ерҙә ҡыйыулыҡ күрһәтмәгеҙ. Романтик мөнәсәбәттәрҙә иң ҙур хыялығыҙ тормошҡа ашыр, моғайын.
БУҒА
Хәл-шарттар йәки көнсөлдәр арҡаһында ағымдағы эшегеҙ тамырынан үҙгәреп китеүе ихтимал. Һөнәри әүҙемлекте бер аҙ кәметеп тороғоҙ. Гүзәл заттарға эштә лә, шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә һаҡ булырға кәңәш ителә. Яңы таныштарға ышанырға ашыҡмағыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Күптән башҡарған эшегеҙҙең һөҙөмтәһен күреп ҡыуанырһығыҙ. Еңел генә кеҫәгеҙҙе ҡалынайтыу әмәлен табырһығыҙ. Фекерегеҙ етәкселектә хуплау табыр, эшлекле сәфәрҙәр, һөйләшеүҙәр өсөн ҡулай осор.
ҠЫҪАЛА
Белемде камиллаштырыу, яңы һөнәр алыу өсөн киң мөмкинлектәр асылыр. Спорт менән шөғөлләнеү ҙә файҙаға булыр. Көтмәгәндә кемдәндер ярҙам алырһығыҙ. Йондоҙҙар ижад кешеләренә уңыш вәғәҙә итә.
АРЫҪЛАН
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, башлаған эште ахырына еткерегеҙ. Отошло килешеү төҙөп, финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Яҡындарығыҙҙың бурысҡа аҡса һорауы бар, баш тартмағыҙ, тиҙҙән үҙегеҙгә лә ярҙам кәрәк булыуы ихтимал.
ҠЫҘ
Килешеүҙәр төҙөү өсөн ҡулай аҙна. Тик теге йәки был ҡарарға килер алдынан эске тойомлауығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Кеше һүҙен тыңламағыҙ. Яҡынығыҙ менән араларығыҙ боҙолһа, тәүге аҙымды үҙегеҙ яһағыҙ.
ҮЛСӘҮ
Ошо арала маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ. Кәрәкмәгән әйберҙәрҙән, күңелегеҙҙе болоҡһотҡан хәл-күренештәрҙән, тормошоғоҙҙағы осраҡлы кешеләрҙән ҡотолорһоғоҙ. Осор аҙағында ҡиммәтле бүләк көтөгөҙ.
САЯН
Бөтә эштәрҙе кисектереп, аҙнаны тыныс ҡына өйҙә үткәрергә тырышығыҙ. Бындай мөмкинлек булмаһа, мөһим ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ, берәү менән дә бәхәсләшмәгеҙ. Эштә ғәҙәттәгенән иғтибарлыраҡ булығыҙ. Матди хәлегеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер.
УҠСЫ
Яҡындарығыҙ менән араларығыҙ яҡшырыр, һөйгәнегеҙ менән дә мөнәсәбәттәрҙә яңы һулыш тойорһоғоҙ. Аҙна аҙағында аҡсағыҙҙы юҡ-барға сарыфламаҫҡа кәңәш ителә. Яңы йылда ҙур ғына сығым көтөлә.
ЫЛАҠ
Күптәнге танышығыҙ үҙе хаҡында иҫкәртер, моғайын. Йондоҙҙар уның менән осрашмаҫҡа кәңәш итә. Һөйгәнегеҙҙән мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ. Гүзәл заттарҙы эштә һөйөнөслө ваҡиға көтә. Етәкселек тырышлығығыҙҙы тейешенсә баһалар. Рулдә иғтибарлы булығыҙ.
ҺЫУҒОЯР
Ниһайәт, уңышты ҡулығыҙға төшөрөрһөгөҙ. Нимәгә генә тотонһағыҙ ҙа, ахыры хәйерле булыр. Эштә барлыҡ проблемалар артта ҡалыр. Ял көндәрендә тәбиғәт ҡосағына юлланырға мөмкинлек тыуыр.
БАЛЫҠ
Йондоҙҙар яңы танышлыҡтар һәм күңелле осрашыуҙар вәғәҙә итә. Эш урынында тыуған йәки мөлкәткә бәйле бәхәс хәл ителер. Яңы килем сығанағын табырһығыҙ. Бәғзе берәүҙәр эшмәкәрлек даирәһен алмаштырырға ниәтләр.