Матур үтһен ялығыҙ
24 Декабрь 2022, 17:00

"Эй атайымды..."

Йылайыр районынан Зөлфирә Таһирова бала сағындағы мажаралы хәл тураһында яҙҙы. Ә һеҙ ошоноң һымаҡ ниндәй иҫтәлектәрегеҙ менән уртаҡлашыр инегеҙ?

"Эй атайымды...""Эй атайымды..."
"Эй атайымды..."

Халҡыбыҙ араһында йор һүҙле, мәрәкәсел кешеләр күп. Бала сағында уҡ шуҡ, дәртле булғандар ҙа бар араларында - шул саҡтағы хәлдәрҙе әле халыҡсан тел менән ихлас яҙалар. Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфирә Таһированың яҙмалары - тап шундайҙарҙан. Был юлы ул "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Ҡуян йылына бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлаша.

"Ҡуян йылы етеп килә. Ҡуян матур, зирәк йәнлек, ивет. Алдағы яҙмаларымда әйтеүемсә, минең атайым мәрхүм ныҡ һунар итергә яратты. Төнөн йоҡламаһа йоҡламай, әммә һунар тип үлә инде. Ап-аҡтан кейенеп ала ла төнөн сығып китә, таңға ҡайта, әлбиттә, буш ҡул менән түгел. Ҡайта ла хәле бөтөп ишек төбөнә йығылып китә, беҙ, өс ҡыҙ, йүгереп барып сисендереп алабыҙ.

Кеше уянмаҫ борон, тип табышын һуя. Эшкәртә лә, тыҡшырып тығып та бөтә. "Мәктәптә атайың һунарға йөрөймө, тиһәләр, юҡ, тип әйтегеҙ!" - тип нығытып ҡуя.

Атай ҡуян һуйһа, беҙ тәпәйен, ҡойроғон һорап алабыҙ. Ул тәпәй нимәгә кәрәк булғандыр. Ярар, ҡойроҡ.

Бер ҡыш көнө шулай һунарҙан ҡайтты ла, йоҡларға ваҡыты булманы, эшкә китте. Төшкө ашҡа ҡайтҡан арала ятып ял итергә булды. Йоҡлап киткәйне, һеңлемә әйтәм: "Әйҙә, атайға ҡуян ҡойроғо тегәйек!" Һеңлем зәңгәр күҙҙәрен тултырып ҡараны ла: "Әрләнәбеҙ", - тине. Ярай инде, ҡыҙыҡ була бит, тим.

Тәнзилә ҡуян ҡойроғо йыя ине, берәүһен алдым да йоҡлап ятҡан атайҙың артына тегеп тә ҡуйҙым. Үҙебеҙ көлөп үлеп барабыҙ. Эй матур инде! Бер заман атай ырғып торҙо ла, ашанымы, юҡмы, эшкә сығып та китте. Тәҙрәнән ҡарап ҡалдыҡ: санаһына баҫып елдереп китеп бара, артында ҡуян ҡойроғо йөлпөлдәй.

Эшкә барғас, моғайын, иптәштәре күреп ҡалып, күҙен дә астырмай көлгәндәрҙер инде. Сөнки ул үҙе кеше менән ныҡ шаярҙы.

Бер заман атылып эштән ҡайтып инде. Ишекте асыу менән: "Зөлфирә!" - тип ҡысҡырып ебәрҙе... Сыбыҡ арыу эләккәйне шунда. Ғөмүмән, ишек башында торған сыбыҡ минең өсөн генә эленгән булғандыр ул. Бер йәй көнө әҙерәк һуҡмыш ҡайтып йоҡлап ятҡанында аяҡ тырнаҡтарын да ҡыҙылға буяп тетмәм тетелгәйне. Ул саҡта лакты бөтөрөү сараһы юҡ, эй атайымды, ҡайсы менән ҡырып ултырғайны.

Матур тәпәйең, тупаҡ ҡойроғоң менән, Ҡуян йылы!" - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты З. Таһирова.

Сығанаҡ: Зөлфирә Таһированың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас