Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
26 Декабрь 2022, 19:00

Табынға - "Яңы йыл сәғәте"

Һәр йортта байрам алды кәйефе булһын!

Табынға - "Яңы йыл сәғәте"
Табынға - "Яңы йыл сәғәте"

Был салат өсөн 400 грамм тауыҡ ите, өс йомортҡа, 160 грамм корейса кишер, 100 грамм ҡаты сыр, тоҙ, майонез кәрәк.

Биҙәк өсөн: бер кишер, зәйтүн емеше, петрушка.

Тәүҙә тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Ваҡлап турайбыҙ. Йомортҡаны бешереп, ағын, һарыһын айырым ҡырабыҙ. Сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Артабан тәрилкәгә ҡатлап һала башлайбыҙ. Беренсеһенә - киҫелгән ит, икенсеһенә -­ кишер, өсөнсөһөнә -­ ит, майонез, дүртенсегә­ йомортҡаның ағын, шунан һарыһын тигеҙ итеп таратабыҙ. Араларына майонез һөртөп, ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Биҙәр өсөн кишерҙе бешереп, һыуытып, 1-ҙән 12-гә тиклем һандар өсөн түңәрәктәр теләбеҙ. Уларға майонез менән һандарҙы яҙабыҙ. Ҡалғанын буйына ҡырҡып, сәғәттең телдәрен эшләйбеҙ. Уртаһына зәйтүн емешенең яртыһын ҡуябыҙ.

Бына салатыбыҙ әҙер.

Фото: photorecept.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: