Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
27 Декабрь 2022, 22:54

Ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?

Беҙҙе киң мөмкинлектәр көтә

stihi.ru
Фото:stihi.ru

2023 йыл – Ҡуян йылы – иҫкергән ҡанундар ғәмәлдән сыҡҡан,  сәйәси, иҡтисади һәм рухи өлкәләрҙә яңы үҙгәрештәр осоро. Йылды сағылдырған төп һүҙҙәр – “башланғыс, башланыу”. Беҙгә иһә барлыҡ үҙгәрештәргә ныҡлы төшөнөп, уларҙың ҡотолғоһоҙлоғон аңлап, яңы йылға аяҡ баҫырға тура киләсәк. Ҡурҡырға ярамай, сөнки яңы йыл киң мөмкинлектәр вәғәҙә итә.

Эт йылында (1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018) тыуған кешеләр, билдәләгән барлыҡ пландарын тормошҡа ашырып, ижади уңышҡа өлгәшер. Йылдың икенсе яртыһы был йәһәттән айырыуса һөҙөмтәле булыр. Яҙ ҡайһы берәүҙәр күсемһеҙ милек һатып алып ҡыуаныр, бәғзеләр ҙурыраҡ торлаҡҡа йәки бөтөнләй икенсе төбәккә күсеп китер. Күптәр үҙ эшен үҫтерә, яңы шөғөлгә, ҡыҙыҡлы проекттарға ҡурҡмайынса тотона ала.

Ҡабан йылы (1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019) вәкилдәре, Юлбарыҫ йылын үткәреп, ниһайәт, тыныслана ала. Ауыр һәм ныҡышмалы хеҙмәттән һуң рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Ҡуян йылында күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр, эшләп йөрөгәндәргә юғарыраҡ һәм килемлерәк вазифа тәҡдим итеүҙәре бар. 

Сысҡан йылында (1960, 1972, 1984, 1996, 2008) тыуғандарға маҡсатҡа өлгәшеү өсөн тырышлыҡ һалырға тура килер. Йыл ваҡиғаларға бай булыр. Һөнәри үҫешкә өлгәшерһегеҙ, матди хәлегеҙ яҡшырыр. Барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтерһегеҙ. Тик йыл дауамында үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ, ниәттәрегеҙҙе сер итеп тотоғоҙ.

Һыйыр йылы (1961, 1973, 1985, 1997, 2009) вәкилдәре яңы йылдың йоғонтоһон беренсе кварталда уҡ тойор. Был осор ҡасандыр өҙөлгән бәйләнештәрҙе ялғау, яңыларын башлау өсөн ҡулай. Былтырғы проблемалар көнүҙәклеген әкренләп юғалтыр, билдәһеҙлек аныҡ эш-бурыстар менән алмашыныр. Ҡайһы берәүҙәргә икенсе кварталда бурысты ҡайтарыу менән шөғөлләнергә тура килер. Быны кисектермәү хәйерле. Октябрь – декабрь айҙарында абруйығыҙҙы арттырырлыҡ хәл-ваҡиғалар булмаҡсы.

Юлбарыҫтарҙы (1962, 1974, 1986, 1998, 2010) йыл яңы мөмкинлектәр һәм асыштар менән ҡыуандырыр. Тап ошо осор киләһе өс йылдың һөҙөмтәлелеген билдәләр. Иң мөһиме – уңышты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, “йоҡлап ҡалмаҫҡа”. Юлбарыҫтарға ҡыйыу һәм тәүәккәл булырға кәрәк, сөнки күңелегеҙгә ятҡан ябай ғына шөғөлдөң дә ҙур кәсепкә әүерелеп, ҙур табыш килтереүе ихтимал.

Ҡуяндар (1963, 1975, 1987, 1999, 2011) өсөн йыл һәр йәһәттән уңышлы булыр. Карьераны үҫтереү өсөн киң мөмкинлек асылыр. Яңғыҙҙарҙы яҙмышты хәл иткес осрашыуҙар, романтик мажаралар, ғаиләлеләрҙе яҡындары менән шатлыҡлы ваҡиғалар көтә. Ауыр хәлдә быйыл яңғыҙ ҡалмаҫһығыҙ, эргәгеҙҙә тоғро дуҫтарығыҙ булыр, улар мотлаҡ ярҙамға килер.

Аждаһа (Лыу) йылында (1964, 1976, 1988, 2000, 2012) тыуғандарҙы ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта бик ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле йыл көтә. Һеҙгә әүҙемлегегеҙҙе бер аҙ кәметергә тура килер, юғиһә карьера йәһәтенән дә, шәхси тормошта ла уңыштарҙан “ҡолаҡ ҡағырһығыҙ”. Эш шунда: шешҡолаҡ бөтә эшкә бер юлы тотонғандарҙы, ығы-зығы тыуҙырғандарҙы үҙ итмәй. Намыҫлы һәм ихлас Аждаһаларҙы ул  йомарт бүләкләр. 2023 йылда ғаилә ҡороу, туғандар менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн һәйбәт.

Йылан йылы (1965, 1977, 1989, 2001, 2013) вәкилдәренә теге йәки был өлкәлә уңыш ҡаҙаныу өсөн бер аҙ көс һәм тырышлыҡ һалырға тура килер. Ҡуян һеҙгә ваҡиғаларҙы ситтән генә күҙәтергә, сетерекле хәлдәрҙә ҡатнашмаҫҡа кәңәш итә. Ошо рәүешле абруйығыҙҙы күтәрерһегеҙ, күптәрҙә хуплау табырһығыҙ. Көҙ айҙары ярайһы уҡ уңышлы булыр.

Йылҡылар (1966, 1978, 1990, 2002, 2014) өсөн йылдың тәүге яртыһы бигерәк тә уңышлы булыр. Хеҙмәт күрһәтеү, финанс, төҙөлөш, мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләгәндәр айырыуса уңыр. Ҡайһы берәүҙәргә отошло тәҡдим яһарҙар. Бизнес менән шөғөлләнгәндәргә яңы эш урыны эҙләргә тура килеүе ихтимал. Йылдың өсөнсө кварталында йондоҙҙар һеҙгә һаҡ булырға, хәүефле ғәмәлдәргә тотонмаҫҡа кәңәш итә.

Ҡуй йылында (1967, 1979, 1991, 2003, 2015) тыуғандарҙы Ҡуян йомарт бүләкләр. Күптәр көтмәгәндә табыш алыр, вазифаһында үрләр. Йылдың тәүге яртыһында мауыҡтырғыс сәйәхәткә саҡырыуҙары мөмкин. Икенсе ярты йыллыҡ башланыу менән уларға иғтибарҙы һаулыҡҡа, туҡланыуға йүнәлтеү зыян итмәҫ. Хеҙмәт әүҙемлеге лә был осорҙа бер аҙ кәмер, моғайын. Бынан тыш, көҙ айҙарында һүҙегеҙҙе үлсәп һөйләгеҙ. Юғиһә уйламай һөйләүегеҙ арҡаһында тормошоғоҙҙоң аҫты-өҫкә килеүе бар. Был ваҡиғалар күңел торошона кире йоғонто яһар.

Маймылдарға (1968, 1980, 1992, 2004, 2016) Ҡуян уңышлы осор, аҡса йәһәтенән тотороҡлолоҡ, һөнәри үҫеш вәғәҙә итә. Тормошоғоҙҙоң бөтә өлкәләрендә һиҙелерлек алға китешкә өлгәшерһегеҙ, үҙегеҙгә ышанысығыҙ артыр, тик һеҙгә һәр йәһәттән сама белеү кәрәк. Йыл аҙағына ҡарай ҡайһы берәүҙәр йәшәгән урынын алмаштырыу тураһында уйланыр, моғайын.

Тауыҡ йылы (1969, 1981, 1993, 2005, 2017) вәкилдәренә хис-тойғоларын “ауыҙлыҡлап”, йылды тыныс үткәрергә кәңәш ителә. 2023 йылда һеҙгә низағ-бәхәстәрҙә ҡатнашыу ҡәтғи тыйыла, эштең ҙурға китеүе, тормошоғоҙҙоң аҫты-өҫкә килеүе бар. Уның ҡарауы, былтырғы байтаҡ проблемалар үҙенән-үҙе хәл ителер. Йыл аҙағына сабырлығығыҙ тейешле баһаһын алыр.


Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: