Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
27 Декабрь 2022, 09:00

Ҡыш көнө лә йомортҡа ашайым тиһәгеҙ...

Ҡыш көнө тауыҡтарығыҙ йомортҡа һалһын тиһәгеҙ бойҙай шыттырып ашатығыҙ. Өс көндә шыта бойҙай, тауыҡтар витамин ашағас көн һайын йомортҡа һалып ҡыуандырасаҡ, шулай уҡ ут яндырырға ла онотмағыҙ.

Ҡыш көнө лә йомортҡа ашайым тиһәгеҙ...
Ҡыш көнө лә йомортҡа ашайым тиһәгеҙ...

Хәйбулла районының моңло һандуғасы Сәриә Асҡарова- Әбишева үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһенә тауыҡ көткән хужабикәләр өсөн бик файҙалы кәңәш биргән. Һыуыҡ көндәрҙә лә уның тауыҡтары йылы кәртәлә йырлай-йырлай йомортҡа һала икән, сөнки хужабикә уларға бойҙай шыттырып ашата.

" Өс килограмм бойҙайҙы яҡшылап йыуҙым да һыуы өҫтөнә сыҡҡансы ҡойоп бер төн ултырттым. Икенсе көн яҡшылап сайып табаларға, газ плита табаларына йәйеп һалдым да ҡатлап ултыртып торҙом, өҫтөнә еүеш сепрәк яптым, өсөнсө көн тағы һыу ҡойоп сайып түктем. Көнөнә 2-3 тапҡыр сайып түгергә кәрәк, әсеп китмәһен өсөн! Шулай тиҙ шыта, яҡтыла ултырһа йәшәрә башлай", -тип кәңәш бирә ул.

Кемдең тауыҡтары йомортҡа һалмай, һеҙ ҙә бойҙайҙы шыттырып биреп ҡарағыҙ әле. Бәлки үҙегеҙҙең дә кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашырһығыҙ.

Фото: Сәриә Асҡарова-Әбишеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ҡыш көнө лә йомортҡа ашайым тиһәгеҙ...
Ҡыш көнө лә йомортҡа ашайым тиһәгеҙ...
Ҡыш көнө лә йомортҡа ашайым тиһәгеҙ...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: