Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
28 Декабрь 2022, 21:00

Ә һеҙ Яңы йылға әҙерме?

Байрам табынына ниндәй ризыҡтар әҙерләй башланығыҙ? Ишембай районы Этҡол ауылынан Нәсимә Әйүпова иһә...

Ә һеҙ Яңы йылға әҙерме?
Ә һеҙ Яңы йылға әҙерме?

Алда оҙайлы ялдар көтә. Ғәҙәттә, Яңы йылға ҡаланан балалар һәм ейәндәр ҡайта, ҡунаҡтар йыйыла. Күптән түгел генә мал һуйған ауыл халҡы иһә тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләп, уларҙы көтә башлай.

Ошо уңайҙан әлеге фотоны күрһәтмәксебеҙ. Ишембай районының Этҡол ауылында Яңы йылға ошолай әҙерләнәләр. Хужабикә Нәсимә Әйүпова килендәше Файза Әйүпова һәм апаһы Хәлиҙә Байғужина менән бөгөн ярты көндә бер һыуытҡыс билмән әҙерләп тә ҡуйған!

Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең фотоларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

Фото Н. Әйүпованың архивынан. 

Ә һеҙ Яңы йылға әҙерме?
Ә һеҙ Яңы йылға әҙерме?
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: