+20 °С
Болотло
Бының өсөн консерваланған ике-өс ананас, 180 грамм тауыҡ ите, бер-ике мандарин, бер банка кукуруз, 60 грамм гранат, тоҙ, әнис, майонез кәрәк.
Тәүҙә мандариндарҙы төшөнән, ҡабығынан таҙартып, ваҡ өлөштәрҙе айырып сығабыҙ. Тауыҡ итен бешереп, ваҡлап турайбыҙ. Унан - ананастарҙы. Әҙер ризыҡтарҙың барыһын бергә ҡушып, таҙартылған гранат емештәрен, кукурузды өҫтәйбеҙ. Әнисте ваҡлап ҡушабыҙ. Тоҙ, майонез һалып, һәйбәтләп бутайбыҙ.
Салат әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: kushat.net