

Яңы йыл каникулы осоро хужабикәләргә ғаиләне, балаларҙы төрләндереп ризыҡтар менән һыйлау өсөн уңайлы мөмкинлек. Күптәр төрлө-төрлө тәмлекәстәр рецептарын һайлай башланы ла. Миәкә районының Боғҙан ауылынан Әнфисә Латыпова ябай ғына итеп бешерһә лә, уның бауырһағы бик уңып килеп сыға. Аш-һыу оҫтаһы уны бешереү серен һеҙгә лә аса. Видеояҙмаһында ул был ризыҡты нисек әҙерләү тураһында ентекле һөйләп өйрәтә. Һеҙ ҙә йыбанмай ғына бауырһаҡты бешереп ҡарағыҙ әле.
Әнфисә апайҙың аш-һыуҙан башҡа күңел һалып башҡарған шөғөлдәре күп. “Димкәй” башҡорт халыҡ фольклор ансамблендә бик ихлас шөғөлләнә.Ҡул эштәренә лә бик оҫта: балаҫ һуға,йөн иләй, крючок менән төрлө япмалар бәйләй, ҡашмау, түшелдеректәр ҙә эшләй белә.
“Ялҡауланмаһың, эш ҡарышмай”, ти ул һәм был шөғөлдәрен күңел кинәнесе менән башҡара.
Фото һәм видеояҙма Әнфисә Латыпованың архивынан.