Ҡәһүә – донъялағы иң билдәле эсемлектәрҙең береһе. Ул илһамланырға һәм иғтибар туплауҙы арттырырға ярҙам итеүе менән билдәле. Ләкин бының менән генә ҡәһүәнең йоғонтоһо сикләнмәй. Бер нисә тикшеренеү кофеның кешенең психикаһына ыңғай, кире һәм сәйер йоғонтоһон күрһәткән.
Ыңғай тәьҫире
Ҡәһүә кешене дәртлерәк һәм иғтибарлыраҡ итә тиһәң, бер кем дә аптырамаҫ. Быны тикшеренеүҙәр ҙә дәлилләй. Ғалимдар белдереүенсә, кофеин иғтибарҙы арттыра, проблемаларҙы хәл итеү һәләтен бирә. Мәҫәлән, имтихан алдынан кофеинлы эсемлектәр эсеү уны еңелерәк тапшырыу мөмкинлеге бирә, айырыуса иртәнсәк.
Гарвард мәктәбе ғалимдары дәлилләүенсә, ҡәһүә мейегә хәрәкәт иткән объекттарҙы тиҙерәк табыу һәм күҙәтеү мөмкинлеге бирә. Тимәк, иғтибарҙы туплауҙы һәм реакцияны яҡшырта.
Кире тәьҫире
Әммә ҡәһүәнең етешһеҙлектәре лә бар. Мәҫәлән, әгәр уны кис эсһәң, йоҡлап булмай. Күп итеп эсеп, ҡапыл кәметһәң, баш ауырта башлауы бар.
Кофе – стимулятор, тик мейегә бындай ҡаҡшатыуҙар гел генә кәрәк булып тормай. Әйтәйек, холоҡтары буйынса интроверт булғандарға күп кеше алдында сығыш яһағанда йәки башҡа стресс хәлдәрендә кофе эсергә ярамай. Был осраҡта һөҙөмтә булып борсолоу һәм эш мөмкинлегенең кәмеүе торасаҡ.
Кофеин иғтибарлылыҡҡа йоғонто яһаһа ла, ул кешеләрҙе кретивыраҡ итмәй. Ҡәһүә мейегә тыныс хәлдә булыу мөмкинлеге бирмәй, ә тимәк яңы идеялар ҙа тыумай. Ҡатмарлы, бер нисә этаптан торған бурыстарҙы үтәүҙә лә кофеин ярҙам итмәй. Шуға күрә, әгәр иртәгәге көндә һеҙҙе мөһим эштәр көтә икән, иртән кофе эскәнсе, иртәрәк йоҡларға ятыу яҡшыраҡ йоғонто яһаясаҡ.
Сәйер тәьҫире
Ә бына кофеиндың сәйер тәьҫирен ғалимдар 2022 йылда асыҡлаған. Баҡһаң, ул бюджетҡа кире йоғонто яһай ала икән. Ғалимдар супермаркетта һатып алыусыларға ябай эспрессо һәм кофеинһыҙ эспрессо биргән һәм уларҙың нисек итеп әйберҙар һатып алыуын күҙәткән. Ябай кофе эскән кешеләр кәрәкле лә, кәрәкле булмаған да тауарҙарҙы күберәк һатып алған һәм аҡсаны күберәк тотонған.
Ә һеҙ нәмәгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Ҡәһүәме, әллә үҙебеҙсә һөтләп-баллап сәй эсергә яратаһығыҙмы?
Фото: dietsreka.ru