-13 °С
Болотло
"ГЕНЕРАЛ" турамаһы:
200 г бешкән ит
4 бешкән йомортҡа
2 бешкән сөгөлдөр (уртаса ҙурлыҡта)
2 бешкән кишер( уртаса ҙурлыҡта)
100 г ҡаты сыр
2 теш һарымһаҡ
майонез
Әҙерләү: Итте һәм һарымһаҡты ваҡлап турап, майонез ҡушып болғайбыҙ. Беренсе ҡат итеп тәрилкәгә һалабыҙ. Артабан, ҡырғыс аша үткәреп, ҡатлап йомортҡа, сөгөлдөр, кишер, сыр һалына. Араларына йоҡа итеп майонез яғып барабыҙ. Тураманы биҙәп, тәме һеңгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.