Саҡмағош районының Аблай ауылында ҡышҡы һабантуй гөрләп үтте, тип хәбәр итә “Игенсе” гәзите. Сара “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы ойошторолған.
Һалҡын һауа ла байрам кәйефен боҙа алмаған. Ауыл биләмәһе башлығы Рәсимә Зәйнетдинова аблайҙарҙы Яңы йыл менән ҡотлап, байрамда әүҙем ҡатнашырға саҡырған.
Балалар ата-әсәләре менән тюбингта шыуған, уйын һәм конкурстарҙа ҡатнашҡан. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың, йыл символы булған Ҡуянҡайҙың килеүе байрамға йәм өҫтәгән. Күмәкләшеп хуш еҫле сәй эсеү, тәмле ҡоймаҡ-бәлештәр менән һыйланыу, бүләктәр алыу һәр кемдең күңелендә матур хәтирә булып оҙаҡ йылдарға һаҡланыр. Ауыл халҡы күңелле сараны ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алған Фәнис Хәйруллинға, Алмаз Сираевҡа һәм Барис Әхмәтовҡа оло рәхмәт белдерә.
Илһөйәр Ғайсина фотолары.