+1 °С
Болотло
Байрам һәм ял көндәрендә күптәр ит ризыҡтарынан ялҡып та киткәндер. Ә бына был аҙыҡ тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы ғына түгел, еңел әҙерләнеүе менән дә үҙенсәлекле.
Бының өсөн беҙгә кәрәк:
ҡайнатып сығарылған дөгө - 300 грамм,
кәбеҫтә - 300 грамм,
ике йомортҡа,
өс-дүрт аш ҡалағы он,
бер баш һуған,
ҡара борос, тоҙ.
Барыһын да бергә һалып болғатабыҙ һәм кәтлит формаһына килтереп әүәләйбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: simplefoodrecipes, видеояҙма "Кухня наизнанку" төркөмөнән.